Хоккей һөҙөмтәһе

Хоккей һөҙөмтәһе https://bash.news/news/85033_xokkej_mte
27 ноя 2018, 23:47

"Салауат Юлаев" хоккейсылары быйылғы миҙгелдә икенсе тапҡыр "Автомобилист" клубы ҡапҡаһына бер шайба ла индерә алманы. Бөгөн юлаевсылар үҙ боҙонда Екатеринбург командаһын ҡабул итте. Көнсығыш конференция лидеры Өфөгә уңышһыҙ уйындар серияһына сик ҡуйыу маҡсатында килде. Был еңелеүҙәрҙе белгестәр ҡапҡа һаҡсыһы Якуб Коварждың йәрәхәт алыуы менән аңлатты.

Әммә дәғүәселәр Башҡортостан клубына ҡаршы осрашыуға үҙҙәренең төп голкиперы менән сыҡты. Һөҙөмтәлә яҡташтарыбыҙ уның артында бер тапҡыр ҙа ҡыҙыл ут тоҡандыра алманы.

Ҡунаҡтар иһә ике шайба индереп, 2-0 иҫәбе менән еңеү яуланы. Киләһе уйынын юлаевсылар 29 ноябрҙә үҙ боҙонда Магнитогорскиҙың "Металлург" клубы менән үткәрә.

Хоккей һөҙөмтәһе

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Минземимущество