Башҡортостанда йәшәүсе ир 94 йәшлек пенсионер ҡатынға һөжүм итә

Башҡортостанда йәшәүсе ир 94 йәшлек пенсионер ҡатынға һөжүм итә https://bash.news/news/85041_bashortostanda_jshse_ir_94_jshlek_pensioner_atyna_zhm_it
28 ноя 2018, 10:43

Ишембайҙа полиция оло йәштәге ҡатындың сумкаһын урлауҙа ғәйепләнеүсе ирҙе ҡулға ала. Талап алынған аҡсаны ул алкоголь эсемлектәр һатып алыуға сарыф итә.

Башҡортостанда йәшәүсе ир 94 йәшлек пенсионер ҡатынға һөжүм итә
Башҡортостанда йәшәүсе ир 94 йәшлек пенсионер ҡатынға һөжүм итә

Полицияға 94 йәшлек пенсионер ҡатын мөрәжәғәт итә. Уның һүҙҙәренсә, уға подъезда бур һөжүм иткән. Ул ике мең һум аҡса, телефон һәм аҙыҡ-түлек ятҡан сумкаһын тартып ала. Тиҙҙән асыҡланыуынса, ҡатынға 31 йәшлек ир һөжүм иткән. Ул урамда китеп барған пенсионерҙы күреп, артынан эйәреп килгән. Ҡатын таксиға ултырғас, ул да эргәһенә инеп ултырған. Зыян күреүсе уны, водителдең танышы тип уйлаған.

Таксинан төшкәс, ҡатын подъезына ҡарай китә. Ғәйепләнеүсе уға үҙ ярҙамын тәҡдим итә.Подъездға еткәс, ир сумканы тартып алып, ҡаса. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла.

Фото: Интернет

Спутник FM
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Минземимущество