Ошо көндәрҙә Дим һәм Затон биҫтәләре араһында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә. Ике автомобиль бәрелешә.
Хәбәр итеүҙәренсә, «Renault Logan» водителе Затон биҫтәһе яғына хәрәкәт иткән. Ул ҡаршы һыҙатҡа сығып, «Daewoo Nexia» менән бәрелешә. Водитель һәм «Nexia» пассажиры ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла.
Аварияла ғәйепләнеүсе ваҡиға урынынан ҡаса. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.