Башҡортостанда туғандары 34 йәшлек ирҙе эҙләй

Башҡортостанда туғандары 34 йәшлек ирҙе эҙләй https://bash.news/news/85046_bashortostanda_tuandary_34_jshlek_ire_elj
28 ноя 2018, 11:26

Республикала туғандары 34 йәшлек Ленар Романовты эҙләй. Яҡындары һүҙҙәренсә, ул 13 ноябрҙә Нуриман районы Красная Горка ауылынан сығып китә һәм юғала. Ир эпилепсия менән сирләй.

Башҡортостанда туғандары 34 йәшлек ирҙе эҙләй
Башҡортостанда туғандары 34 йәшлек ирҙе эҙләй

Билдәләре: буйы-170 см, уртаса кәүҙәле, сәсе ҡыҫҡа, күҙҙәре һоро төҫтә. Ирҙең һул ҡулбашында һәм ҡалаҡ һөйәгендә саян татуировкаһы бар. Юғалған көндө Ленар брезент куртка-салбарҙа була.

Кем дә кем Ленар тураһында мәғлүмәт белә, 8-927-969-89-19, 8-917-38-35-687 телефон номерҙар аша шылтыратыуҙары һорала.

Спутник FM
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Минземимущество