Башҡортостанда ВИЧ-инфекция менән сирләүселәр һаны кәмей

Башҡортостанда ВИЧ-инфекция менән сирләүселәр һаны кәмей https://bash.news/news/85059_bashortostanda_vichinfekciya_menn_sirlselr_any_kmej
28 ноя 2018, 14:15

Республикала ВИЧ-инфекция менән сирләүселәр һаны кәмей. Сирләүселәр һаны 100 мең кешегә 54,2 тәшкил итә. Үткән йылдың шул уҡ ваҡыты менән сағыштырғанда, сирләүселәр һаны 3,7% кәмегән.

Башҡортостанда ВИЧ-инфекция менән сирләүселәр һаны кәмей
Башҡортостанда ВИЧ-инфекция менән сирләүселәр һаны кәмей

2017 йылда сирләүселәр һаны 100 000 кешегә 56,3 тәшкил итте. Өфөлә был һан 100 мең кешегә 43,84. Былтырғы йыл менән сағыштырғанда, был күрһәткес 11,7% кәмегән. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, 1987 йылдан башлап 30721 кеше инфекциялы тип табылған.

Иҫәптә 21 меңдән артыҡ кеше тора. Шул иҫәптән, 12 881 ир кеше һәм 8 273 ҡатын-ҡыҙ. Ҡалала инфекцияләнеүселәрҙең һаны ауыл ерлегенә ҡарағанда 2 тапҡырға күберәк. Ауылда – 11 877 кеше.

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Минземимущество