Өфөлә юл таҙартыуға ҡамасаулаусы автомобилдәр эвакуацияланасаҡ

Өфөлә юл таҙартыуға ҡамасаулаусы автомобилдәр эвакуацияланасаҡ https://bash.news/news/85066_fl_yul_taartyua_amasaulausy_avtomobildr_evakuaciyalanasa
28 ноя 2018, 16:07

Коммуналь хеҙмәттәр юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу сараларын күрә. Ҡарҙың күпләп яуыуы сәбәпле, хеҙмәттәр көнөн дә, төнөн дә эшләй. Күп осраҡта ҡалдырып кителгән автомобилдәр мәшәкәт тыуҙыра.

Өфөлә юл таҙартыуға ҡамасаулаусы автомобилдәр эвакуацияланасаҡ
Өфөлә юл таҙартыуға ҡамасаулаусы автомобилдәр эвакуацияланасаҡ

Күп кенә водителдәр махсус билдәләрҙе күрмәйҙәр йәки уға иғтибар бирмәйҙәр. 28 ноябрҙә ташландыҡ автомобилдәр буйынса рейд үтә. Сара Цюрупа һәм Ҡырым урамында ойошторола. Транспорт саралары махсус урынға оҙатыла

Бындай сара водителдәрҙең юл билдәләренә иғтибарын йәлеп итеүгә, шулай уҡ, тейешле хеҙмәттәрҙең эшенә ҡамасаулыҡ тыуҙырмаҫҡа мөмкинлек бирә. Автомобиль хужаларына иғтибарлы булырға һәм ярамаған урындарға автомобилдәрен ҡалдырмаҫҡа кәңәш ителә.

Спутник FM
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Курс Телеведущий