Башҡалала балалар майҙансығында бер йәшлек бала йәрәхәт ала

Башҡалала балалар майҙансығында бер йәшлек бала йәрәхәт ала https://bash.news/news/85068_bashalala_balalar_majansyynda_ber_jshlek_bala_jrxt_ala/?lang=bash
28 ноя 2018, 17:57

Өфөлә «ВертикальИнвест 2» Торлаҡ ҡулланыусылар кооперативы етәкселеге хөкөм ителәсәк. Тәфтишселәр белдереүенсә, етәкселек ғәйебе араҡаһында, бер йәшлек сабый балалар майҙансығында йәрәхәт ала. Был хаҡта республиканың Тәфтиш комитеты хәбәр итә.

Башҡалала балалар майҙансығында бер йәшлек бала йәрәхәт ала
Башҡалала балалар майҙансығында бер йәшлек бала йәрәхәт ала

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, 2014 йылдың сентябрь айында бер йәшлек бала майҙансыҡта уйнай. Ул Менделеев урамындағы ер аҫты гараж комплексының ҡыйығы өҫтөндә урынлашҡан була. Уйын ваҡытында, бала ҡыйыҡтың бетон ҡатламына ҡолай. Һөҙөмтәлә, баланың баш мейеһе йәрәхәтләнә.

Осраҡ буйынса торлаҡ кооперативы рәйесе ғәйепле тип табыла. Ул заказ яһаусы булараҡ балалар майҙансығын ҡабул итә һәм уның торошон контролдә тотмай.

Спутник FM
Новости партнеров
Афиши территория роста