Өфөлә алтмышҡа яҡын кеше авария хәлендәге дөйөм ятаҡта йәшәргә мәжбүр

Өфөлә алтмышҡа яҡын кеше авария хәлендәге дөйөм ятаҡта йәшәргә мәжбүр https://bash.news/news/85070_fl_altmysha_yayn_keshe_avariya_xlendge_djm_yatata_jshrg_mzhbr
28 ноя 2018, 17:14

Прокуратура граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлап сыға. Улар авария хәлендәге ятаҡта мәжбүр булалар. Төҙөлөш кеше ғүмере өсөн хәүеф тыуҙыра.

Өфөлә алтмышҡа яҡын кеше авария хәлендәге дөйөм ятаҡта йәшәргә мәжбүр
Өфөлә алтмышҡа яҡын кеше авария хәлендәге дөйөм ятаҡта йәшәргә мәжбүр

Билдәле булыуынса, дөйөм ятаҡ Ҡулса урамы, 179 адресы буйынса урынлашҡан. Ул илленсе йылдарҙа төҙөлә. Әлеге ваҡытта бында алтмышҡа яҡын кеше йәшәй. Ишелеп төшөп барған түбә сәбәпле, ятаҡ авария хәлендә тип һанала. Бынан тыш, ҡыйыҡтан һыу аға, эҫе һыу юҡ. Ятаҡта йәшәүселәр, йортто авария хәлендә тип таныуҙы һорап, хакимиәткә мөрәжәғәт итәләр. Тик хакимиәт, йорт бары тик төҙөкләндереүгә мохтаж, тип ҡарар сығара.

Прокурор судта ремонтты башҡарыу законһыҙ тип таныуҙы һорай. Суд бының менән килешә. Йортта йәшәүселәр күсереләсәк.

Фото: Интернет

Спутник FM
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Курс Телеведущий