Радий Хәбиров интернет селтәрендә эшҡыуарҙар менән бәйләнеш өсөн яңы канал булдырырға ҡушты

Радий Хәбиров интернет селтәрендә эшҡыуарҙар менән бәйләнеш өсөн яңы канал булдырырға ҡушты https://bash.news/news/85083_radij_xbirov_internet_seltrend_eshyuarar_menn_bjlnesh_sn_yay_kanal_buldyryra_ushty
28 ноя 2018, 21:31

Ул йүнселдәрҙе борсоған проблемаларҙы асыҡларға, үҫеш юлдарын билдәләргә булышлыҡ итәсәк. Радий Фәрит улы был турала бөгөн Рәсәй субьекттарында инвестиция климаты торошоноң милли рейтингында республика ҡатнашлығы буйынса проект офисы ултырышында белдерҙе.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, һәр төбәк өсөн инвестицияларҙы йәлеп итеү бик мөһим. 1 ғинуарҙан муниципаль берәмектәр башлыҡтарының рейтингы яңы система буйынса билдәләнә, бында уларҙың инвестициялар йәлеп итеү буйынса эшмәкәрлеге лә сағылыш табасаҡ. Республикала был йүнәлеш өсөн яуаплылыҡ Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякинға йөкмәтелде. Ул проект офисының эшен дә көйләйәсәк.

Әлеге көндә инвестициялар йәлеп итеү менән шөғөлләнеүсе аныҡ ҡына бер ведомство юҡ. Ултырышта федераль кимәлдәге эксперттар ҙа ҡатнашты. Радий Хәбиров эшҡыуарҙар менән бәйләнеште нығытыу өсөн айырым интернет каналы булдырыу бурысын да ҡуйҙы. Беҙ был өлкәлә тәртип урынлаштырасаҡбыҙ, инвестициялар йәлеп итеү минең өсөн төп йүнәлеш буласаҡ, ошо арала уҡ 100-ләгән эшҡыуар менән осрашыу ойоштороу талап ителә, тине Радий Фәрит улы.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: “Я бы послушал людей занимающихся бизнесом. Подготовьте мне такую встречу. Раз в месяц нужно встречаться с предпринимателями”.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Радий Хәбиров интернет селтәрендә эшҡыуарҙар менән бәйләнеш өсөн яңы канал булдырырға ҡушты

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа