Республикала граждандарҙы ҡабул итеү аҙналығы бара

Республикала граждандарҙы ҡабул итеү аҙналығы бара https://bash.news/news/85084_respublikala_grazhdandary_abul_ite_analyy_bara
28 ноя 2018, 21:38

Уның сиктәрендә бөгөн "Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк бүлексәһе секретары, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев халыҡты ҡабул итте. Ҡабул итеү бүлмәһенә килгән граждандарҙы төрлө проблемалар борсой, күптәр юлдар, социаль обьекттар төҙөү, инфраструктураны яҡшыртыу кеүек глобаль һорауҙар менән килгән, шәхси проблемалар менән мөрәжәғәт итеүселәр ҙә байтаҡ.

Константин Толкачев әйтеүенсә, халыҡ менән ошондай осрашыуҙар бик мөһим, сөнки ул урындағы мәсьәләләрҙе асыҡларға булышлыҡ итә. Һорауҙар контролгә алына. Депутаттар кимәлендә хәл ителмәҫлек мәсьәләләр ҙә бар, йәғни хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәренең кәңәше, ҡарары талап ителә. Бындай документтар тейешле учреждениеларға йүнәлтелә.

Мөрәжәғәт итеүселәр араһында төрлө райондарҙан килеүселәр бар. Мәҫәлән, Иглин районынан килгән Вәжит Әхмәтйәнов афған һуғышы ветераны, уны төҙөлөш өсөн ер алыу мәсьәләһе борсой. Ветеран район хакимиәтенә мөрәжәғәт итеп ҡараған, әммә һөҙөмтәһеҙ.

Вәжит Әхмәтйәнов, Афған һуғышы ветераны: “Барғайным, ниңә килдең, тиҙәр. Йөрөнөм-йөрөнөм дә ташланым. Бына хәҙер йәнә йөрөй башланым. Ярҙам итерҙәр тип уйлайым. Ауылда эш юҡ. Бында төҙөүсе булып эшләйем, вагончикта йәшәйем, ауылға ҡайтып йөрөйөм. Контузия арҡаһында бер күҙем күрмәй”.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Республикала граждандарҙы ҡабул итеү аҙналығы бара

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Курс Телеведущий