Стәрлетамаҡтағы янғында зыян күреүселәрҙең береһе бөгөн республика тән бешеү үҙәгенә күсерелгән

Стәрлетамаҡтағы янғында зыян күреүселәрҙең береһе бөгөн республика тән бешеү үҙәгенә күсерелгән https://bash.news/news/85085_strletamatay_yanynda_zyyan_kreselre_beree_bgn_respublika_tn_beshe_gen_kserelgn
28 ноя 2018, 21:41

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, күңелһеҙ осраҡ кисә ҡаланың "Синтез-Каучук" заводында теркәлде. Предприятие цехтарының береһендә изопентан тултырылған һауыт янып китеү сәбәпле, дүрт хеҙмәткәр зыян күрә.

Ваҡиға урынына Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Рафаэль Яппаров юлланды. Зыян күреүселәрҙең сәләмәтлеге күҙәтеү аҫтына алынған.

Светлана Ҡусҡарбәкова, Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе: “Бөгөн бер хеҙмәткәр Өфөгә күсерелде, башҡалары Стәрлетамаҡ ҡала дауаханаһында ҡала. Хәлдәре үҙгәрешһеҙ. Табиптар күҙәтеүе аҫтына алынды”.

Автор: Фәниә Юланова.

Стәрлетамаҡтағы янғында зыян күреүселәрҙең береһе бөгөн республика тән бешеү үҙәгенә күсерелгән

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Когда отремонтирую ваш подъезд