Бөрө ҡалаһының Ҡояшлы-2 микрорайонында йәшәүселәр ун йылдан ашыу газһыҙ интегә

Бөрө ҡалаһының Ҡояшлы-2 микрорайонында йәшәүселәр ун йылдан ашыу газһыҙ интегә https://bash.news/news/85087_br_alayny_oyashly2_mikrorajonynda_jshselr_un_jyldan_ashyu_gazy_integ

Урамдарҙа юлһыҙлыҡ мәсьәләһе лә киҫкен, эсәр һыуҙы ла күптәр һатып алырға мәжбүр. Урындағы халыҡтың йәшәү шарттары ҡасан яҡшырыр? Мәсьәләне БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина асыҡларға тырышты.

Ғабдуллиндар ғаиләһе 2007 йылда йорт һалып сыҡҡас та, мейес төҙөй. Сөнки улар йәшәгән микрорайонда газ үткәрелмәгән була. Ун йыл үтһә лә үҙгәрештәр әле лә юҡ. Һаман утын яғырға тура килә. Юғиһә, ҡышҡы һыуыҡта электр ярҙамында ғына 150 квадрат метрлыҡ өйҙә йылылыҡ булдырам тиһәң, сығымдар күбәйә. Ғаилә нисек тә булһа экономияларға тырыша.

Вера Ғабдуллина, Бөрө ҡалаһының Ҡояшлы-2 микрорайонында йәшәүсе: “Беҙ электр энергияһына ныҡ бәйлебеҙ. Утты һүндерһәләр, йылыһыҙ ғына түгел, хатта, һыуһыҙ ҙа ҡалабыҙ. Насос станцияһы эшләүҙән туҡтай. Тулыһынса коммуникацияһыҙ тороп ҡалабыҙ. Шуға бындағы тормошто мейесһеҙ күҙ алдына килтереүе лә ауыр”.

Бөрө ҡалаһының Ҡояшлы-2 микрорайонында ер участкалары 2005 йылдан бүленә башлай. Ҡола ялан урында хәҙер 250-нән ашыу йорт иҫпәләнә. Урындағы халыҡ билдәләүенсә, йәшәү өсөн шарттар ғына һаман юҡ. Ҡалалағы һымаҡ түгел, төпкөл ауылда кеүек хис итә үҙҙәрен бында йәшәүселәр.

Ихата алдарында - утын өйөмдәре, йорт мөрйәһенән төтөн сыға. Электр уты менән генә ҡыш сығам тиһәң, айлыҡ түләүҙәр ун мең һумдан ашып китә шул.

Урындағы халыҡ газһыҙ тормоштан тамам ялҡҡан. Бөрө ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөнгә проблеманы хәл итеү юлдары билдәләнгән. Киҫкен мәсьәләне хәл итеү маҡсатында төбәктең төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетына республиканың адреслы инвестиция программаларында ҡатнашыуға тәҡдимдәр ҙә индерелгән.

Николай Баранов, Бөрө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары: “Ҡояшлы-2 микрорайонында газ үткәргес торбалар төҙөлөшөнә проект-смета документация әҙерләнгән. Уға ыңғай дәүләт экспертизаһы ла алынған. Объект төҙөлөшө өсөн Башҡортостандың капиталь төҙөлөш идаралығы яуаплы. Зәңгәр яғыулыҡ үткәреү буйынса эштәр республика бюджетынан аҡса бүленгәс башланырға тейеш”.

Микрорайонында йәшәүселәрҙе юлһыҙлыҡ мәсьәләһе лә борсой. Һуңғы өс йылда 1200 метрлыҡ участкаға ғына ҡырсынташ түшәлгән. Ҡалған 3 саҡрымдан ашыу юл яуым-төшөм була ҡалһа үтеп сыҡҡыһыҙға әйләнә.

Нәйлә Ҡаһарманова, Бөрө ҡалаһының Ҡояшлы-2 микрорайонында йәшәүсе: “Яҙлы-көҙлө бында инеп тә, сығып та булмай. Машиналар батып ултыра”.

Мөнирә Шәмсетдинова, Бөрө ҡалаһының Ҡояшлы-2 микрорайонында йәшәүсе: “Юл менән ҡәһәрләйҙәр. Ошо көнгә тиклем юлдан инеп булмай. Бер нәмә лә эшләп булмай”.

Ҡала хакимиәтенән яуап биреүҙәренсә, төбәккә бүленәсәк финанс күләменә ҡарап урамдарға ҡырсынташ түшәү дауам итәсәк. Әйткәндәй, урында эсәр һыу мәсьәләһе лә киҫкен. Милекселәр ҡоҙоҡ ҡаҙырға, йә һыуҙы ташырға мәжбүр.

Рая Хафизова, Бөрө ҡалаһының ҡояшлы-2 микрорайонында йәшәүсе: “Бер аҙ ваҡыттан һуң һыу өҫтөндә май пленкаһы барлыҡҡа килә. Сәй эсергә һыуҙы һатып алабыҙ”.

Ҡояшлы-2 микрорайона һыу торбаларын үткәреү ҡатмарлы мәсьәләләрҙең береһе. Ҡала хакимиәтендә уның проект-смета документацияһын әҙерләү өсөн дә 4 миллион һумға яҡын аҡса талап ителеүен билдәләнеләр. Халыҡ граждандар сходына йыйылып та үҙҙәренең аҡсаһын өҫтәп төҙөлөштө башлау тәҡдимен еткергән була. Әммә күптәр быға ризаһыҙлыҡ белдерә. Улар иң киҫкен проблема тип һыуҙы түгел, ә зәңгәр яғыулыҡ булмауы менән юлһыҙлыҡты атай

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Бөрө ҡалаһының Ҡояшлы-2 микрорайонында йәшәүселәр ун йылдан ашыу газһыҙ интегә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Курс Телеведущий