Республикала ауыл хужалығы техникаларын яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләү башланды

Республикала ауыл хужалығы техникаларын яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләү башланды https://bash.news/news/85088_respublikala_auyl_xuzhalyy_texnikalaryn_yay_bayu_eshtren_erl_bashlandy
28 ноя 2018, 21:56

Тәүгеләрҙән булып яуаплы эшкә Шаран районының "Фәйзуллина" крәҫтиән-фермер хужалығы тотондо. Урындағы хеҙмәткәрҙәр Т-150 тракторҙарҙын ремонтлап ҡуйған да инде. Бер үк ваҡытта был техникалар ярҙамында ҡыш ауыл биләмәһендәге урамдарҙы ҡарҙан таҙартыу ойоштороласаҡ.

Ҡалған тракторҙарҙы һәм сәсеү агрегаттарын ремонтлау өсөн хужалыҡта йыл әйләнәһенә 16 маханизатор эшләй. Улар бар эштәрҙе лә үҙ көстәре менән башҡарырға тырыша. Бының өсөн кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған гараж һәм мотор цехы булдырылған.

Игорь Фәйзуллин, "Фәйзуллина" крәҫтиән-фермер хужалығы инженеры: “Ҡулдан килгәнсә техниканы үҙ ҡулдарыбыҙ менән йүнәтәбеҙ. Ситкә һирәк сығарабыҙ. Үҙебеҙҙә иркен, төрлө белгестәр бар”.

Хужалыҡтың эш тәжрибәһе район кимәлендә ойошторолған семинарҙа өйрәнелде. Бөгөн төбәктә үҙәкләштерелгән оҫтахана юҡ. Шуға ла һәр хужалыҡ техника паркын үҙ көстәре менән ремонтлай. Ә бына Т-150 һәм К-700 кеүек ҡеүәтле тракторҙар двигателдәренә Шишмәләге "Башсельхозтехника" предприятиеһы йән өрә. Дөйөм алғанда, быйыл Шаран районы йәмғеһе 40 миллион һумға ауыл хужалығы техникалары һатып алған. Һуңғы ваҡытта күп кенә хужалыҡтар "Россельхозбанк" аша кредит алып иҫке тракторҙарҙы яңыртыуға ҙур иғтибар бүлә.

Альберт Минлин, "Шаран" мәғлүмәт-консультация үҙәге етәксеһе: “Техниканы ремонтлау графигы төҙөлдө. Ошо график буйынса киләһе сәсеү миҙгеленә әҙерләнәбеҙ”.

Автор: Илдар Байбулатов

Республикала ауыл хужалығы техникаларын яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләү башланды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Минземимущество