Янғын хәүефһеҙлеге хеҙмәте өсөн яңы йыл мәшәҡәттәре башланды

Янғын хәүефһеҙлеге хеҙмәте өсөн яңы йыл мәшәҡәттәре башланды https://bash.news/news/85095_yanyn_xefelege_xemte_sn_yay_jyl_mshttre_bashlandy
28 ноя 2018, 22:17

Ҡотҡарыусылар байрам үтәсәк майҙандарҙы, халыҡ күпләп йөрөгән урындарҙы, учреждениеларҙы тикшерә. Пиротехника менән һатыу итеүселәргә айырыуса иғтибар көсәйтелә. Тап фейерверктар ҡулланыу ҡағиҙәләрен боҙоп дауаханаға эләгеүселәр, янғын сығыу осраҡтары йыш теркәлә.

Яңы йыл яҡынлашыу менән фейерверк һатыусылар ҙа әүҙемләшә. Даими эшләгән кибеттәрҙән тыш ваҡытлыса сауҙа нөктәләре лә барлыҡҡа килә. Янғын хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, улар торлаҡ йорттарҙан билдәле алыҫлыҡта урынлашырға тейеш.

Пиротехниканың тәғәйен шарттарҙа һаҡланыуы ла мөһим. Һатып алыусылар өсөн тәү сиратта фейерверктарҙың сертификаты булыуы шарт. Билдәһеҙ тауар алыу байрам кәйефен боҙоуы ихтимал.

Дмитрий Соколов, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы бүлеге хеҙмәткәре: “Пиротехника менән һатыу итеүгә талаптар ҡаты. Уларҙың ҡояш нурҙары төшмәгән ҡаплы биналарҙа һаҡланыуы шарт. Фейерверктарҙың ҡайҙа һәм кемдәр эшләүе лә билдәле булырға тейеш. Урам буйында һатыу итеүселәрҙең бындай мәғлүмәт биреүе икеле. Һөҙөмтәләр үтә лә күңелһеҙ булыуы ихтимал”.

Автор: Айнур Кәбиров.

Янғын хәүефһеҙлеге хеҙмәте өсөн яңы йыл мәшәҡәттәре башланды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Минземимущество