Краснокама районында күп функциялы йәмәғәт үҙәге асылды

Краснокама районында күп функциялы йәмәғәт үҙәге асылды https://bash.news/news/85096_krasnokama_rajonynda_kp_funkciyaly_jmt_ge_asyldy
28 ноя 2018, 22:19

Мәҙәни объекттың сафҡа инеүен төбәктә йәшәүселәр түҙемһеҙлек менән көткән. Яңы үҙәк ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү программаһы сиктәрендә 145 миллион һумға тормошҡа ашырылды. Иркен, яҡты бинаның бер өлөшөндә ауыл китапханаһы урынлашҡан. Унда төрлө әҙәбиәт, ваҡытлы матбуғат менән танышырға була.

Йәмәғәт үҙәгендә балалар һәм үҫмерҙәргә хореография менән шөғөлләнеү өсөн айырым зал асылған. Бынан ары бер нисә төркөм бер үк ваҡытта бейеү серҙәренә төшөнә ала. Ансамбль етәксеһе әйтеүенсә, уңайлы шарттар ҡыҙҙар-малайҙарға республика, Бөтә Рәсәй кимәлендә еңеү яуларға булышлыҡ итәсәк. Бинаның уң яғында фельдшер-акушер пункты. Медицина кабинеттары өр-яңы тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Ауыл халҡын йәш табип Илшат Шәйхетдинов ҡабул итә.

Сәмиға Шафиҡова, Можары ауылында йәшәүсе: “Бөгөн беҙҙә оло байрам, барыбыҙ ҙа бик шат. Бәхетлебеҙ”.

Йәмәғәт үҙәгендә ҡатын-ҡыҙҙар ҡул эштәре менән шөғөлләнә алһын өсөн махсус бүлмә булдырылған. Объектты асыу тантанаһына мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре бай йөкмәткеле концерт программаһы әҙерләгәйне, ике йөҙ урынға иҫәпләнгән тамашасы залы халыҡ менән шығырым тулы булды. Ә фойела биҙәү-ҡулланма сәнғәте өлгөләре, милли аш-һыу күргәҙмәһе ойошторолдо.

Автор: Фәниә Юланова.

Краснокама районында күп функциялы йәмәғәт үҙәге асылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Когда отремонтирую ваш подъезд