Баймаҡ ҡалаһының халыҡ ижады үҙәге төҙөкләндереүҙән һуң ҡабаттан үҙ ишектәрен асты

Баймаҡ ҡалаһының халыҡ ижады үҙәге төҙөкләндереүҙән һуң ҡабаттан үҙ ишектәрен асты https://bash.news/news/85097_bajma_alayny_xaly_izhady_ge_tklnderen_u_abattan_ishektren_asty
28 ноя 2018, 22:22

Ремонт барышында үҙәктең тамаша залы, ҡыйығы, йылытыу системаһы яңыртылған. Сәхнәгә киң экран ҡуйылған. Бынан тыш, Ҡолсора ауыл биләмәһенең «Еҙ төймә» гармунсылар ансамбленә һәм бик күп ижади коллективтарға яңы сәхнә кейемдәре алынған.

Рәсимә Халиҡова, "Еҙ төймә" гармунсылар ансамбле етәксеһе: “Ҡыуанысыбыҙ ҙур. Республика кимәлендә йөрөүөбөҙҙө баһалап, яңы күлдәктәр тектеләр”.

Халыҡ ижады үҙәген асыу тантанаһына арнап ойошторолған һәм "Арғымаҡ" тип аталған тамашала райондың үҙешмәкәр сәнғәт оҫталары сығыш яһаны. Яңыртылған халыҡ ижады үҙәге яңы миҙгелде ҡыуаныслы ваҡиға менән башланы.

Баймаҡ ҡалаһының халыҡ ижады үҙәге төҙөкләндереүҙән һуң ҡабаттан үҙ ишектәрен асты

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Банер уфимская волна