Бөтә донъя мосолмандары Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең тыуған көнөн билдәләй

Бөтә донъя мосолмандары Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең тыуған көнөн билдәләй https://bash.news/news/85098_bt_donya_mosolmandary_mxmmt_pjmbre_tyuan_knn_bildlj
28 ноя 2018, 22:26

Башҡортостанда Мәүлит айы уңайынан төрлө дини саралар уҙғарыла. Өфөләге "Ихлас" мәсетендә ҙур байрам үтте. Киске намаҙҙан һуң ҡунаҡтар былау, тәм-томдар менән һыйланды. Ҡунаҡтарҙы "Илаһиҙар" төркөмө дини йырҙары менән ҡыуандырҙы.

Динә Мырҙаҡаева: “Иң ҙур байрамдарыбыҙҙың береһе. Мәүлит байрамы бер көн генә үтмәй, ай буйына дауам итә”.

Риүәйәт буйынса, Мөхәммәт пәйғәмбәр 63 йәшендә, тыуған көнөндә яҡты донъянан киткән. Был айҙа ҡылған изге ғәмәлдәрҙең әжере мәртәбәлерәк, ә байрам үткәргән һәр йортҡа, һәр кешегә ҙур сауап була тип иҫәпләнә. Мәүлит айы башланғас кешеләр үҙҙәренең теләгенә һәм хәленә ҡарап туғандарын, күршеләрен табынға йыя. Саҡырылған ҡунаҡтар араһында доға уҡый белгән кеше булыуы шарт.

Автор: Флорида Ким.

Бөтә донъя мосолмандары Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең тыуған көнөн билдәләй

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Когда отремонтирую ваш подъезд