Әбйәлил районында Башҡортостан мәғариф министрлығының волейбол буйынса беренселеге үтте

Әбйәлил районында Башҡортостан мәғариф министрлығының волейбол буйынса беренселеге үтте https://bash.news/news/85099_bjlil_rajonynda_bashortostan_marif_ministrlyyny_volejbol_bujynsa_berenselege_tte
28 ноя 2018, 22:29

Иң тәүҙә "Батыр" физкультура-һауыҡтырыу комплексында үҫмер командалар көслөләрҙе асыҡланы. Ярышта республиканың алты район вәкилдәре ҡатнашты. Уларҙың барыһы ла үҙ зоналарында еңеү яулаусы коллективтар.

Майҙансыҡта тәүге булып Әбйәлил волейболсылары Сибайҙан килгән тиҫтерҙәре менән осрашты һәм уларҙы 2:1 иҫәбе менән еңде. Өс көн дауам иткән турнир һөҙөмтәләре буйынса беренсе урынға Стәрлетамаҡтың "Тархан" клубы күтәрелде. Икенсе, өсөнсө баҫҡыстарҙы Әбйәлил һәм Баймаҡ йыйылма командалары бүлеште.

Ласын Усманов, Әбйәлил районының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры: “Мәғариф министрлығы ҡыҙҙар һәм малайҙар араһында волейбол ярыштары үткәрә. Бөгөн 2003-2005 йылда тыуған малайҙар араһында ярыш бара”.

Артабан Башҡортостан мәғариф министрлығы беренселеге өсөн ҡыҙҙар ҙа көрәш алып барҙы. Турнирҙа майҙан хужаларынан тыш, тағы ла 10 ҡала һәм район волейболсылары ҡатнашты. Көсөргәнешле ярышта төп призға Күмертау йыйылма командаһы лайыҡ булды. Икенсе, өсөнсө урындарҙы Дыуан һәм Ҡыйғы районы ҡыҙҙары яуланы.

Автор: Илдар Байбулатов.

Әбйәлил районында Башҡортостан мәғариф министрлығының волейбол буйынса беренселеге үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Курс Телеведущий