Рәсәй баскетболы Өфөлә

Рәсәй баскетболы Өфөлә https://bash.news/news/85102_rsj_basketboly_fl
28 ноя 2018, 23:12

Баскетбол буйынса Рәсәй йыйылма командаһы донъя чемпионатына әҙерлек сиктәрендә үҙ дәғүәселәрен Өфөлә ҡабул итеүе мөмкин. Был турала бөгөн Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров менән осрашыуҙа илдең баскетбол федерацияһы президенты Андрей Кириленко белдерҙе. Республикала бөгөн күләмле һәм профессиональ спорт араһында берҙәм система төҙөлгән. Был йәһәттән баскетбол үҙенең яҡшы һөҙөмтәләре менән ҡыуандыра.

Атап әйткәндә, "Кэс-баскет" лигаһына 70 мең самаһы мәктәп уҡыусыһы йәлеп ителгән. Суперлигала икенсе дивизионда сығыш яһаусы "Уфимец" клубы ла быйылғы миҙгелдә беренсе баҫҡыста килә.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: “Что нужно для спорта? Деньги всегда ограничены, их никогда много не бывает. И думаешь: отправить эти деньги на развитие профессионального клуба или размазать и отправть на массовый спорт. Здесь нужна большая мудрость. Не будет результатов, если не поддерживать профессионалов. Не будет игры за которую будет болеть вся республика. В то же время нужно поддерживать массовый спорт”.

Баскетбол федерацияһы президенты Башҡортостанда спорттың был төрө менән шөғөлләнеүселәр өсөн оҫталыҡ дәрестәре лә үткәрҙе. Шулай уҡ "Өфө-Арена" боҙ һарайы мөмкинлектәре менән танышты. Киләһе йыл Ҡытай баскетбол буйынса донъя чемпионатын ҡабул итәсәк. Уға әҙерлек сиктәрендә Рәсәйҙең милли командаһы төрлө ҡалаларҙа иптәштәрсә осрашыуҙар уғҙарырға йыйына. Уларҙың береһе Өфөлә үтер тип көтөлә.

Андрей Кириленко, Рәсәйҙең Баскетбол федерацияһы президенты: “Судя по мнениям специалистов и ребят которые здесь работают, им хватает 1-2 дня чтобы переделать арену из хоккея в баскетбол или концерт. То, что я вижу пока сомнений не вызывает”.

Автор: Илдар Байбулатов.

Рәсәй баскетболы Өфөлә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Когда отремонтирую ваш подъезд