Аяҡ аҫтында ер юҡ...

Аяҡ аҫтында ер юҡ... https://bash.news/news/85103_aya_atynda_er_yu
28 ноя 2018, 23:17

Өфөнөң Нижегородка биҫтәһендә йәшәүселәр был хәлде үҙ елкәһендә татый. Юҡ, ер ишелмәгән дә, тетрәмәгән дә. Күп фатирлы йорт торған нигеҙгә бында йәшәүселәрҙең бөтөнләй хоҡуҡтары юҡ булып сыға. Ер хужаһы һәр кемдән миллион һум аҡса талап итә.

Артылыш урамы 22-се йорт адресы буйынса йәшәүселәрҙең аяҡ аҫтында ер юҡ. Торлаҡлы булыу өсөн улар үҙ кеҫәһенән миллион һум аҡса сығарырға тейеш. Бындай суммалағы хаҡты уларға "Башкиргеология" ойошмаһының элекке ятағын һатҡан хужа ҡуя. Әммә халыҡ бер төптән бина торған ерҙең "Россреестр"ҙа айырым объект булараҡ теркәлгәнен онотоп ебәргән, ти, милек хужалары.

8 йыл элек улар йәшәгән был бина "Башкиргеология"ға ҡараған ятаҡ була. Дөйөм ятаҡ физик шәхескә 2011 йылда һатыла. Сөнки Ленин районы хакимиәте был бинаны үҙ яуаплылығына алырға теләмәй. Физик шәхес бүлмәләрҙе 490 мең һумдан һата, әммә ер биләмәһен үҙ исеменә рәсмиләштерә. Халыҡ 47 фатирҙы ипотекаға һатып ала.

Вера Попова: “Росреестр ер һәм күп фатирлы йорт өсөн ике документ бирҙе. Әлбиттә, ҡулында бер юлы ике танытмаһы булған Ермолаев был мөмкинлектән файҙаланырға була һәм 5-6 йыл үткәс, беҙҙән аҡса алырға йыйына. Был ғәҙелһеҙлек”.

Бында йәшәүселәр ергә бәйле килеп тыуған бәхәсте хәл итеү өсөн судҡа мөрәжәғәт иткән. Әммә ер хужаһы суд ултырыштарын бөтөнләй инҡар итә. Бөгөн дә ул суд ултырышына килмәне. Һәм телефон аша һөйләшеүҙә ул беҙгә был хаҡта тәүгә ишетеүе хаҡында белдерҙе.

Андрей Ермолаев, ер биләмәһе хужаһы: “У меня с ними никаких споров нет. Нет никакого разбирательства между мной и жильцами этого дома. Спорт по земельному участку... Вовремя переоформлено не было. Давайте сейчас переоформим”.

Ир ергә булған хоҡуҡтарынан баш тартырға ла риза. Әммә бөтәһе лә ҡанун нигеҙендә башҡарылырға тейеш. Бүлмә хужалары аңлауынса уларҙың был ергә хоҡуҡтары юҡ.

Әлфинә Ҡарағужина, "Росреестр"ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы белгесе: “Асылда был ер участкаһы күп фатирлы йорт урынлаштырыу өсөн бирелмәгән. Шуға күрә был бина күп фатирлы йорт түгел, унда айырым бүлмәләр урынлашҡан. Был бүлмә хужалары был ергә дәғүәләрен суд аша бирә ала”.

Йорттоң нигеҙе икенсе физик шәхес исемендә булыуы торлаҡ кодексының 306-cы статьяһына ҡаршы килә. Дөйөм йорт мөлкәте ул торлаҡ милке булырға тейеш, әлеге ваҡытта улар йәшәгән йорт урынлашҡан ер ҙә хужаһының бурыстарын ҡаплау өсөн арбитраж суды ҡарамағына тапшырылған.

Автор: Гүзәл Борханова.

Аяҡ аҫтында ер юҡ...

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа