Бөгөндән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетында яңы рәйес

Бөгөндән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетында яңы рәйес https://bash.news/news/85104_bgndn_bt_donya_bashorttary_oroltajy_basharma_komitetynda_yay_rjes
28 ноя 2018, 23:23

Вазифаға бер тауыштан Башҡортостандың күсемһеҙ мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге етәксеһе Данир Ғәйнуллин һайланды. Комитеттың яңы етәкселеге киләсәккә ниндәй бурыс-маҡсаттар ҡуя?

Ҡоролтай вәкилдәре алдында етди лә, яуаплы ла һайлау. Сөнки бөгөнгө ултырышта ҡатнашҡан һәр кемдең тауышы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының алдағы йылдарҙағы эшмәкәрлегенә йоғонто яһай.

Яңы рәйес бер тауыштан һайланды. Башҡортостандың күсемһеҙ мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге етәксеһе Данир Ғәйнуллиндың исеме йәмәғәт эшмәкәре булараҡ күптән билдәле. Комитет рәйесе уртаҡ көстө берҙәмлектә һәм татыулыҡта күрә. Шуға ла мәсьәләләрҙе халыҡ менән бергә хәл итеү маҡсатын ҡуя.

Данир Ғәйнуллин, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе: “Тағы ла яҡшыраҡ, көслөрәк итеп эшләү маҡсатын ҡуябыҙ. Телебеҙҙе Башҡортостан республикаһында йәшәгән халыҡтар тыныслығын, дуҫлығын һаҡлауҙа Ҡоролтайҙың роле бик ҙур. Йәмәғәт ойошмаларын йәлеп итергә кәрәк”.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетын өс йыл етәкләгән Әмир Ишемғолов вазифаһын бушатыуын 2021 йылда Башҡортостанда уҙасаҡ халыҡ-ара Апимондия конгресына әҙерлек алып барыу кәрәклеге менән аңлатты. Әлеге ваҡытта махсус программа төҙөлә, туристик маршруттар билдәләү буйынса эш башланған.

Әмир Ишемғолов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе: “Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетынан үҙ теләгем менән бушатыуҙарын һораным. Һорауым, ғаризам ҡабул ителде. Әлбиттә, мин бөтөнләй ситләшәм тигәнде аңлатмай. Мөмкин тиклем ярҙам итәсәкмен. Әммә алда беҙҙең бик мөһим бурыс. Апимондия, умартасылыҡ өлкәһе, был өлкә лә башҡорттарҙың тарихы”.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы маҡсаттарының береһе халҡыбыҙҙы һәм республиканан ситтә йәшәүсе милләтәштәребеҙҙе берләштереү. Яңы рәйес тап ошо йүнәлешкә иғтибарҙы көсәйтеү, йәштәр менән тығыҙыраҡ эшләү яҡлы.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты алдына заман бөгөн етди бурыстар йөкмәтә. Башҡортостандың бер быуатлыҡ юбилейын үткәреү ҙә шулар иҫәбендә. Яуаплы осорҙа йәмәғәтселек тә ойошмаға ҙур ышаныс күрһәтә.

Автор: Фәниә Юланова.

Бөгөндән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетында яңы рәйес

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Курс Телеведущий