Тарих биттәрендә — Ишембай

Тарих биттәрендә — Ишембай https://bash.news/news/85106_tarix_bittrend_ishembaj
28 ноя 2018, 23:29

Байрам Ишембай ҡалаһы һәм районынан 400-гә яҡын кешенең һәм Өфөлә йәшәүсе яҡташтарҙың матур осрашыуына әйләнде. Илдә генә түгел, донъяла данлыҡлы предприятиелар, фабрика һәм башҡа ойошмалар күргәҙмә ойошторҙо. Төбәк йырсылары, бейеүселәре һәм үҙешмәкәр коллективтары "Башҡортостан тарихы биттәре" фестиваль-марафон сиктәрендә сығыш яһаны.

Ишембай донъяға ҡара алтыны менән билдәле. Уның ҡала булып формалашыуының нигеҙендә лә ошо ер аҫты байлығы ята. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә Башҡортостандың 100 йыллыҡ тарихы биттәрен бөгөн итап улар барлай.

Рәфис Фәйзрахманов, нефть ойошмаһы инженеры: “Ишмбайҙа күпме нефть барлығын әйтеп булмай, табылған нефтты һаҡлайбыҙ”.

Күп күренекле шәхестәр, ил улдары үҫтергән төйәк ул юрматы ере. Алыҫта ҡалған һайын Ватаныбыҙ яҙмышы тип янған кешеләрҙең исемдәре онотолмай, ә тағы ла матурыраҡ һәм сағыуыраҡ төҫ ала. Исемен ҡасандыр телгә лә алырға рөхсәт ителмәһә лә нисәмә быуын ошо ерлектә Зәки Вәлиди өлгөһөндә тәрбиәләнгән.

Гөлфиә Янбаева, "Киске Өфө" гәзитенең баш мөхәррире: “Әхмәтзәки Вәлиди шәхесен дә белдек, уның тарихын, үткән юлын белдек. Сөнки ата-олатайҙарыбыҙ барыһын да һөйләй ине. Беҙҙең ер шәхестәре менән көслө”.

Ишембай ойоҡбаштары. Уны кем генә кеймәгән. Уҙған быуаттан бирле республиканы ғына түгел, ил төбәктәрен дә сифатлы кейем менән тәьмин иткән Ишембай фабрикаһы бөгөн дә күргәҙмә түрендә. Ойоҡбаштарҙан тыш, киң ассортиментлы заманса тауарҙарын тәҡдим итә. "Витязь", машиналар эшләп сығарыу һәм башҡа йүнәлештәрҙә брендлы етештереү эше әле лә уңышлы алып барыла. Шулай уҡ бәләкәйҙән хәрби йүнәлештә тәрбиәләүсе кадет корпусы, Зәки Вәлиди исемен йөрөткән 2-се башҡорт республика гимназия- интернаты ла республика өсөн кадрҙар үҙәге булып тора.

Азамат Абдрахманов, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай секретариаты урынбаҫары: “Районыбыҙҙы, унда йәшәгән кешеләрҙе, мөмкинлектәребеҙҙе күрһәтәбеҙ. Күрһәтерлек эштәребеҙ бар”.

Моң эйәһе Альберт Шаһиев, "Бер ҡамыт", "Рябинушка" һәм башҡа халыҡ ансамблдәре 90 кешенән торған Башҡорт халыҡ хоры - бөгөн филармония сәхнәһендә Ишембайҙың иң- иңдәре сығыш яһай. Ә бер нисә ауылды берләштергән ижади коллективтар репертуар үҙенсәлеге менән ҡыуандыра. Йәш төшөнсәһе юҡ. Улар йырлай ҙа бейей ҙә, шиғыр- романдар ҙа ижад итә.

Рәмзиә Йәғәфәрова, Байғужа ауылы ағинәйҙәре етәксеһе: “Өс шиғыр китабым сыҡты, русса романым сыҡты. Ҡымыҙ бейеүен күрһәтәбеҙ”.

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кейеменең тарихын да тап Ишембайҙа өйрәнергә була. Шәхси музейҙа бер нисә быуатлыҡ милли кейем өлгөләре һаҡлана. Батшабикә,тархан ҡыҙҙарының кейемдәре биҙәлеше менән таң ҡалдыра. Тарихты һаҡлап киләсәкте күҙаллап заман менән бергә атлай улар. Бөгөнгө байрам программаһы ла тап шуны дәлилләне. Үткәндәр менән бөгөнгө араһында күпер һалған фестиваль йүгәне артабан илештәргә тапшырылды.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Тарих биттәрендә — Ишембай

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Курс Телеведущий