Башҡортостанда янғын хәүефһеҙлеге талаптары етешһеҙлектәре сәбәпле, сауҙа үҙәге ябыла

Башҡортостанда янғын хәүефһеҙлеге талаптары етешһеҙлектәре сәбәпле, сауҙа үҙәге ябыла https://bash.news/news/85140_bashortostanda_yanyn_xefelege_talaptary_eteshelektre_sbple_saua_ge_yabyla
29 ноя 2018, 17:23

Суд приставтары Октябрь ҡалаһының «Универсал» сауҙа үҙәгенең эшмәкәрлеген туҡтатты. Билдәле булыуынса, ул янғын хәүефһеҙлеге талаптарына яуап бирмәй. Шулай итеп, сауҙа үҙәге кеше ғүмеренә хәүеф менән янай.

Башҡортостанда янғын хәүефһеҙлеге талаптары етешһеҙлектәре сәбәпле, сауҙа үҙәге ябыла
Башҡортостанда янғын хәүефһеҙлеге талаптары етешһеҙлектәре сәбәпле, сауҙа үҙәге ябыла

Республиканың Федераль суд приставтары хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бинала автоматлаштырылған янғын һүндереү ҡоролмалары булмай. Төтөнгө ҡаршы вентиляция һәм янғын тураһында хәбәр итеү системалары сафтан сыҡҡан. Тикшереүҙән һуң, суд объекттың эшмәкәрлеген туҡтатыу һәм етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү тураһында ҡарар сығара.

Етешһеҙлектәр бөтөрөлгәс кенә, объект үҙ эшмәкәрлеген дауам итә аласаҡ. «Универсал» сауҙа үҙәге етәкселеге тейешле саралар күрә.

Фото: Интернет

Спутник FM
Новости партнеров
GAUGA