Республикала күп балалы ғаиләләр транспорт һалымынан азат ителә

Республикала күп балалы ғаиләләр транспорт һалымынан азат ителә https://bash.news/news/85141_respublikala_kp_balaly_aillr_transport_alymynan_azat_itel
29 ноя 2018, 15:42

Тейешле законды Ҡоролтай депутаттары ҡабул итте. Хәҙер республиканың күп балалы ғаиләләре транспорт һалымы түләмәйәсәк.Бындай төҙәтеү төбәктә демографик хәлде яҡшыртыуға йүнәлтелә.

Республикала күп балалы ғаиләләр транспорт һалымынан азат ителә
Республикала күп балалы ғаиләләр транспорт һалымынан азат ителә

Хәбәр итеүҙәренсә, двигатель кеүәте 150 ат көсөнә тиклем тәшкил иткән автомобиле һәм 125 ат көсөнә тиклемге автобустары булған күп балалы ғаиләләр транспорт һалымынан азат ителә. Был ташламаны мохтаж ғаиләләр аласаҡ.

Ҡыйбатлы транспорт саралары булған күп балалы ғаилә хужалары ташламалы категория иҫәбенә инмәй. Үҙгәреш ағымдағы йылдың беренсе ғинуарынан 2024 йылдың 31 декабренә тиклем дауам итә. Тимәк, күп балалы ғаиләләр быйылғы йыл өсөн транспорт һалымы түләмәйәсәк.

Спутник FM
Новости партнеров
Банер уфимская волна