Респуликала мутлашыусы 4 млн.һум күләмендә аҡса үҙләштерә

Респуликала мутлашыусы 4 млн.һум күләмендә аҡса үҙләштерә https://bash.news/news/85145_respulikala_mutlashyusy_4_mlnum_klmend_asa_lshter
29 ноя 2018, 16:27

Өфөнөң Совет районы суды 53 йәшлек иргә ҡарата хөкөм ҡарары сығара. Ул ҙур күләмдә мутлашыуҙа ғәйепләнә. Был хаҡта Рәсәйҙең Генераль прокуратураһы хәбәр итә.

Респуликала мутлашыусы 4 млн.һум күләмендә аҡса үҙләштерә
Респуликала мутлашыусы 4 млн.һум күләмендә аҡса үҙләштерә

Дүрт йыл элек мутлашыусы параолимпия уйынында ҡатнашыусы туғанын, спорт эшмәкәрлегенән алынған килемен, күсемһеҙ милек алыуға сарыф итергә кәңәш итә. Мутлашыусы дүрт миллион һумға Зубов ауыл советынан 11 га майҙанлы ер биләмәһен алырға тәҡдим яһай. Аҡсаны алғандан һуң, ир, ун көн эсендә Өфө янындағы ер туғаны исеменә яҙыласағын белдерә.

Асыҡланыуынса, ир ер биләмәһе 16 миллион һумға һатылыуын белгән һәм уны алыуҙа ярҙам итергә теләмәгән. Урланған аҡсаны ул үҙ маҡсатында ҡуллана. Күреү буйынса беренсе төркөм инвалиды хоҡуҡ һаҡлау органына мөрәжәғәт итә. Мутлашыусыны 3 йыл да 6 айға иректән мәхрүм итәләр.

Спутник FM
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Курс Телеведущий