Республика сәнәғәт предприятиеларына ярҙам итеү һәм уларҙы үҫтереүҙә эффектив саралар

Республика сәнәғәт предприятиеларына ярҙам итеү һәм уларҙы үҫтереүҙә эффектив саралар https://bash.news/news/85162_respublika_snt_predpriyatielaryna_yaram_ite_m_ulary_tere_effektiv_saralar
29 ноя 2018, 21:05

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан сәнәғәтен үҫтереү фонды тарафынан льготалы шарттарҙа заем алыу, лизинг программаларында ҡатнашыу, бизнес-идеяларға инвестицияларҙы йәлеп итеү буйынса йыйылыш уҙҙы.Осрашыуҙа алтмышҡа яҡын ойошма вәкиле булды.

Фонд оҙаҡ ваҡытҡа иҫәпләнгән бизнес-проекттарға матди ярҙам күрһәтә, 5 йылға тиклем түбән процент менән заем бирә. Әйтәйек, һуңғы заявкалар буйынса Октябрьский ҡалаһының пластмасс изделиелар заводының үҫеш программаһы уңышлы тип табылған. Проект хаҡы - 174 миллион һум тәшкил итә, республикаға 150 миллион һум күләмендә инвестициялар йәлеп ителәсәк. Башҡортостан сәнәғәтен үҫтереү фонды ла сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплаясаҡ.

Фәйрүз Урманцев, Башҡортостан сәнәғәтен үҫтереү фонды белгесе: “Бер йыл эсендә 8-10 проект ҡарайбыҙ. Уларҙың яртыһынан күберәгенә ярҙам күрһәтеләсәк. Займ була. Процентты бик түбән – 1-5%”

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Республика сәнәғәт предприятиеларына ярҙам итеү һәм уларҙы үҫтереүҙә эффектив саралар

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа