Медициналағы иң киҫкен мәсьәлә табиптар етешмәүе

Медициналағы иң киҫкен мәсьәлә табиптар етешмәүе https://bash.news/news/85175_medicinalay_i_kiken_msl_tabiptar_eteshme
29 ноя 2018, 22:50

Ноябрь айындағы һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә йүнәлтелгән 300 ашыу мөрәжәғәттең яртыһы тиерлек тап ошо проблемаға ҡағыла. Һуңынан ғына халыҡты медицина учреждениеларының аҙ булыуы, ҡорамалдарҙың етешмәүе һәм дарыуҙар менән тәьмин ителеш насарлығы борсой. Был турала Радий Хәбиров үткәргән сәләмәтлек сәғәтендә белдерҙеләр. Кәңәшмәлә ошо мөрәжәғәттәрҙән сығып медицина өлкәһен белгестәр менән тәьмин итеү мәсьәләһе өйрәнелде.

Бындай ялыуҙар айырым бер төбәк күренеше генә түгел. Медицина белгестәре етешмәүе тотош илгә хас. Ҡайҙалыр фельдшер юҡ, ниндәйҙер ауылда терапевт етешмәй, ә инде махсус белгестәр тураһында һөйләп тораһы ла түгел. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн республикала бер нисә йыл элек ауыл табибы программаһы ла эшләй башланы. Әммә һөҙөмтә шытланырлыҡ түгел.

Флорида Абдрафиҡова, фельдшер: “Килеп эшләгән табиптар юҡ. Бынан сыҡҡан кеше уҡып килһә бер аҙ ғыа эшләп китә”.

Быйыл программа буйынса 111 белгес ҡайтарылған. 100 табип һәм 11 фельдшер. Артабан да йыл һайын ошо сама белгес ҡайтарыу планлаштырылған. Ләкин ихтыяжды ҡаплау өсөн был темптар бик түбән, тине Радий Хәбиров. Программаны тормошҡа ашырыу өсөн тағы ла илле миллион һум өҫтәргә ҡушты. Йәғни, тағы ла илле табипҡа күберәк.

Шулай ҙа кадрҙар дефицитына төптәнерәк ҡарау зарур, тине республика етәксеһе. Йәмғиәттә кеше һаулығы һағында тороусыларҙың абруйын күтәреү, изге һөнәр исемен кире ҡайтарыу мөһим.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: “К сожалению социальные сети стали местом растаптывания, уничтожения врачей по часто ложным обвинениям и суждениям. Нам надо это перебарывать. Нужно избавляться от недобросовестных врпчей. Но честных больше”.

Ә инде медицина өлкәһенең матди-техник базаһын нығытыуҙы хөкүмәт үҙ өҫтөнә ала. Йыл аҙағына тиклем республикаға меңдән ашыу диагностика ҡоролмаһы һатып алынасаҡ. Магнит-резонанс тамографтары, ангиографтар һәм башҡа теүәл техника.

Автор: Айнур Кәбиров.

Медициналағы иң киҫкен мәсьәлә табиптар етешмәүе

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Курс Телеведущий