Рәсәйҙәге Куба илсеһе Башҡортостан вәкилдәрен Гаванала үтәсәк халыҡ-ара сауҙа йәрминкәһенә саҡырҙы

Рәсәйҙәге Куба илсеһе Башҡортостан вәкилдәрен Гаванала үтәсәк халыҡ-ара сауҙа йәрминкәһенә саҡырҙы https://bash.news/news/85176_rsjge_kuba_ilsee_bashortostan_vkildren_gavanala_tsk_xalyara_saua_jrminken_sayry
29 ноя 2018, 22:57

Был турала ул Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров менән осрашыуҙа белдерҙе. Унда шулай уҡ ике яҡ араһындағы хеҙмәттәшлекте үҫтереү тураһында һүҙ барҙы.

Республика етәксеһе әйтеүенсә, Башҡортостан менән Куба араһындағы тауар әйләнеше ни бары 125 мең доллар менән баһалана. Өфөлә йөҙҙән ашыу Куба гражданины нефть һәм газ программалары буйынса белем ала. Ә Башҡортостан халҡын сит илдең туризм мөмкинлектәре ҡыҙыҡһындыра.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: “Все в мире знают что Кубе удалось выстоять и сохранить свою независимость. В то же время вы создали уникальное явление – это современная система здравохранения”,

Херардо Пеньяльвер Порталь, Куба Республикаһының Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе: “Для нас Россия далека, но в то же время близка. Я думаю что в Башкортостане есть потенциал чтобы развивать наше двухсторонние отношения”.

Куба илсеһе баш ҡалалағы позитрон-эмиссион томограф үҙәге эшмәкәрлеге менән дә ҡыҙыҡһынды. Медицина учреждениеһы яман шеш ауырыуҙарын киҫкенләшмәҫ борон асыҡлау мөмкинлеге бирә. Юғары теүәллек менән операция эшләүсе кибер бысаҡ менән йыл һайын 5 йөҙҙән ашыу кеше дауалана.

Автор: Айнур Кәбиров.

Рәсәйҙәге Куба илсеһе Башҡортостан вәкилдәрен Гаванала үтәсәк халыҡ-ара сауҙа йәрминкәһенә саҡырҙы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Банер уфимская волна