Бөгөн Радий Хәбиров сираттағы инвестиция сәғәте үткәрҙе

Бөгөн Радий Хәбиров сираттағы инвестиция сәғәте үткәрҙе https://bash.news/news/85177_bgn_radij_xbirov_sirattay_investiciya_ste_tkre
29 ноя 2018, 22:58

Бында сәнәғәт предприятиеларының өҫтөнлөклө инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса килешеүҙәргә ҡул ҡуйҙы. Уларҙың береһенә ярашлы төрлө ҡорамалдарға электротехник корпустар етештереү буйынса завод төҙөлөшө ҡаралған. "ЭлКом" компанияһы проектының дөйөм инвестиция күләме - 651 миллион һум тәшкил итә, төбәктә барлығы 213 хеҙмәт урыны булдырылыр тип көтөлә.

Объект красивый, объект нужный. Мы вчера с предпринимателями встречались, у нас мало таких площадок. Давайте стройте. А всё остальное, всё должно быть по закону. Мы для чего инвестчас то собираем? Чтобы вот таким как вы инициативным людям руки не выкручивали для непонятных вещей.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы

Икенсе проект менән Ишембайҙа кран манипуляторҙары етештереүсе "Инман" акционерҙар йәмғиәте сығыш яһаны. Проектҡа ярашлы производствоны яңыртыуға 230 миллион һум аҡса йүнәлтеләсәк. Инвестиция килешеүе буйынса предприятиеның мөлктенә һәм килеменә булған һалымдарға льготалар алыуҙа дәүләт ярҙамы күрһәтеләсәк. Йыйылышта ҡатнашыусылар республикала инвестиция климатын яҡшыртыу буйынса һорауҙарҙы ла күтәреп сыҡты, яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлектәрен баһаланы.

Хөкүмәттән ярҙам булыуы бик мөһим. Һалымдар буйынса льготалар алабыҙ, предприятиены инфраструктура менән тәьмин итеүҙә яҡлау табабыҙ. Әйтәйек, Ишембайҙа подстанция төҙөлдө. Был ике яҡ өсөн дә отошло хеҙмәттәшлек.

Евгений Киселев, "Инман" компанияһы генераль директоры

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Бөгөн Радий Хәбиров сираттағы инвестиция сәғәте үткәрҙе

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Минземимущество