Йәш парҙарға психологик ярҙам

Йәш парҙарға психологик ярҙам https://bash.news/news/85180_jsh_parara_psixologik_yaram
29 ноя 2018, 23:13

Бөгөн Өфөнөң Киров районы буйынса ЗАГС бүлексәһендә сираттағы семинар үтте. Ул республикала быйыл май айынан тормошҡа ашырыла килгән "Ғаилә навигацияһы" проекты сиктәрендә ойошторолдо. Сарала психологтар, ошо өлкәлә уҡыусы студенттар ҡатнашты.

Улар айырылышырға ҡарар иткән йәш парҙар менән һөйләшеү, был аҙымдан аралау юлдарын барланы. Белгестәр психолог кәңәшен алыуҙың мөһимлеген билдәләй.

Ғәлиә Сәлихова, Республика йәштәр социаль-психологик һәм мәғлүмәти-методик үҙәге белгесе: “ЗАГСҡа килеп, йәки суд органдарына мөрәжәғәт итеп ир менән ҡатын айырылышырға ғариза бирәләр икән, әммә ғаиләләрен һаҡлап ҡалыуға әҙ генә ынтылышы булһа, уларға психологик үҙәктәргә йүнәлтмә бирергә кәрәк”.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Йәш парҙарға психологик ярҙам

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA