Ҡыҙыу нөктәләргә — робот

Ҡыҙыу нөктәләргә — робот https://bash.news/news/85181_yyu_nktlrg_robot
29 ноя 2018, 23:15

Өфө дәүләт нефть техник университеты ғалимдары ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә урында күҙәтеү алып барыусы робот эшләгән. Грант аҡсаһына башҡарылған проект киләһе йылда тамамланасаҡ һәм һынап ҡараласаҡ. Машина үҙенсәлектәре хаҡында беҙҙең сайтта.

Робот әлегә бүлмә эсендә йөрөй ала. Өфө дәүләт нефть техник университеты магистранты Олег Ивановтың ул диплом эше. Машинаның мейеһендә электрон система, ябай датчиктар. Ә тәғәйенләнеше ябайҙан түгел. Ул кеше ғүмеренә ҡурҡыныс янаған ерҙәрҙә эшләргә тейеш.

Олег Иванов, Өфө дәүләт нефть техник университеты магистранты: “Был робот кеше өсөн хәүефле урындарҙа булып унан мәғлүмәт ебәрә ала. Янғын сыҡҡан, йә шартлау ҡурҡынысы булған саҡта ул күҙәтеү алып барасаҡ”.

Робот бер-нисә производство объектында оператор ролен үтәй алыр тип күҙаллана. Уның менән донъяның төрлө мөйөшөнән идара итеп була.

Илнур Ноғоманов, Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы: “Бәйләнеште беҙ интернет аша эшләргә булдыҡ. Шулай уҡ Юлдаш аша мөмкин. Был роботҡа оҡшаштар донъяла бар”.

Проект йәш ғалимдар араһында үткәрелгән конкурста еңеп сығып грант отҡан. Әле уны камиллаштырыу эше алып барыла. Сөнки был хәлендә уны ҡыҙыу нөктәләргә ебәреп булмай.

Донъяла ғәҙәттән тыш ваҡиғаларҙа, медицинала,производствола һәм башҡа өлкәләрҙә робот ҡулланыу яйға һалынған һәм ул йылдан-йыл киңерәк ҡолас ала. Юғары уҡыу йорто уҡытыусылары һәм студенттары ла кеше хеҙмәтен машинаға тапшырыуға үҙ өлөшөн индерәсәк.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Ҡыҙыу нөктәләргә — робот

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA