Ике көн дауамында Башҡорт дәүләт университетында халыҡ-ара кимәлдәге ғилми-ғәмәли конференция уҙа

Ике көн дауамында Башҡорт дәүләт университетында халыҡ-ара кимәлдәге ғилми-ғәмәли конференция уҙа https://bash.news/news/85182_ike_kn_dauamynda_bashort_dlt_universitetynda_xalyara_kimldge_ilmimli_konferenciya_ua
29 ноя 2018, 23:18

Граждандар һуғышы темаһына арналған сарала Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән 170-тән ашыу белгес ҡатнаша. Конференцияның граждандар һуғышының шаңлы ваҡиғаларын кисергән Башҡортостанда ойошторолоуы осраҡлы түгел. Белгестәр фекеренсә, юғары уҡыу йорто студенттарын был тарихи осор менән яҡындан таныштырыу, тарихҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу мотлаҡ.

Конференцияла яңғыраясаҡ ғилми докладтар буйынса йыйынтыҡ әҙерләү, шулай уҡ өр-яңы фәнни асыштарҙы, экспозицияларҙы Өфөлә эшләп килгән "Рәсәй - минең тарихым" паркына урынлаштырыу ҡаралған.

Әминә Уразова, Башҡорт дәүләт университетының тарих һәм дәүләт идаралығы институты директоры: “Беҙҙең Рәсәйҙә граждандар һуғышының дискуссион мәсьәләләрен күтәреү кәрәк, сөнки был тема бик актуаль. Хәҙерге заманда ла айырым төбәктәрҙә был ҡапма-ҡаршылыҡ күҙәтелә”.

Автор: Фәниә Юланова.

Ике көн дауамында Башҡорт дәүләт университетында халыҡ-ара кимәлдәге ғилми-ғәмәли конференция уҙа

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Банер уфимская волна