Өфөлә сүп-сар өйөмдәре буйлап рейд үтте

Өфөлә сүп-сар өйөмдәре буйлап рейд үтте https://bash.news/news/85206_fl_spsar_jmdre_bujlap_rejd_tte
30 ноя 2018, 14:06

29 ноябрҙә башҡалала объекттар буйлап рейд ойошторола. Әлеге ваҡытҡа төҙөлөш һәм көнкүреш ҡалдыҡтарының өйөмө проблемалы булып ҡала.

Өфөлә сүп-сар өйөмдәре буйлап рейд үтте
Өфөлә сүп-сар өйөмдәре буйлап рейд үтте

Белгестәр билдәләүенсә, законһыҙ сүп-сар өйөмдәре шәхси секторҙа, баҡсаларҙа, урмандарҙа асыҡлана. Ҡала хеҙмәттәрҙе даими рәүештә был өйөмдәрҙе таҙартып тороуона ҡарамаҫтан, улар ҡабаттан хасил була. Билдәләргә кәрәк, киләһе йылда физик һәм юридик шәхестәр ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын үтилләштереү буйынса төбәк операторы менән килешеү төҙөйәсәк.

Сүп-сар өйөмдәрен барлыҡҡа килтереү өсөн штраф алырға мөмкин. Ҡала биләмәһен торлаҡ-коммуналь хужалығы комплексы хеҙмәткәрҙәре тәртипкә килтерә. Һәр кеше төҙөкләндереү эшенә үҙ өлөшөн индерә ала.

Спутник FM
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Когда отремонтирую ваш подъезд