Башҡортостанда тыйылған мәғлүмәт баҫтырған егерме сайт эшмәкәрлеге туҡтатылды

Башҡортостанда тыйылған мәғлүмәт баҫтырған егерме сайт эшмәкәрлеге туҡтатылды https://bash.news/news/85214_bashortostanda_tyjylan_mlmt_batyran_egerme_sajt_eshmkrlege_tutatyldy
30 ноя 2018, 15:34

Дыуан районында тыйылған мәғлүмәттәр баҫтырған бер нисә сайт эшмәкәрлеге туҡтатылды. Мониторинг ваҡытында бер нисә Интернет-ресурс асыҡлана. Улар тыйылған мәғлүмәт таратыу менән шөғөлләнә.

Башҡортостанда тыйылған мәғлүмәт баҫтырған егерме сайт эшмәкәрлеге туҡтатылды
Башҡортостанда тыйылған мәғлүмәт баҫтырған егерме сайт эшмәкәрлеге туҡтатылды

Прокуратуранан хәбәр итеүҙәренсә, сайттарҙа Ҡыҙыл китапҡа индерелгән хайуандарҙың һирәк осрай торған төрҙәре менән һатыу итәләр. Шулай уҡ, бер нисә сайт тәүлек әйләнәһенә алкоголь тәҡдим итә. Бынан тыш, белем тураһында дипломдар, медицина белешмәләре һатыла.

Прокуратура был сайттарҙы законһыҙ тип таныуҙы талап итә. Яҡын арала уларҙың эшмәкәрлеге туҡтатыласаҡ.

Фото: Интернет

Спутник FM
Новости партнеров
Минземимущество
Когда отремонтирую ваш подъезд