Башҡортостан менән Ставрополь крайы араһында иҡтисади күрһәткестәрҙе ике тапҡыр арттырырға кәрәк

Башҡортостан менән Ставрополь крайы араһында иҡтисади күрһәткестәрҙе ике тапҡыр арттырырға кәрәк https://bash.news/news/85236_bashortostan_menn_stavropol_krajy_araynda_itisadi_krtkestre_ike_tapyr_arttyryra_krk
30 ноя 2018, 21:32

Был турала бөгөн төбәктәр етәкселәре Өфөлә үткән осрашыуҙа килеште. Әлеге ваҡытта яҡтарҙың тауар әйләнеше 14 миллион долларға тиң. Төбәктәрҙең сауҙа-иҡтисади өлкәләге хеҙмәттәшлек тураһында документы бер йыл элек ҡабул ителгән булған. Бөгөн төбәк етәкселәре Радий Хәбиров менән Владимир Владимиров өҫтәмә документҡа ҡул ҡуйҙы.

Ставрополь крайы губернаторы Өфөгә нефть-техник университетының юбилей сараларында ҡатнашыу өсөн килгән. Сөнки ул юғары белемде 1992-1997 йылдарҙа тап ошо уҡыу йортонда алған. Яҡтар араһында үткән осрашыуҙа Владимир Владимиров Башҡортостанда машиналар эшләү, нефть химияһы тармағы яҡшы үҫешкәнгә күрә, республика менән хеҙмәттәшлек итергә теләүен белдерҙе. Был тәү сиратта Рәсәй президентының май указдарын тормошҡа ашырыу менән бәйле. Әйтергә кәрәк, берлектәге проекттар үҙ һөҙөмтәһен бирә башлаған да инде. Быйыл Башҡортостандан 100-ҙән ашыу бала Ставрополь крайы курорттарында һаулығын нығытҡан.

Владимир Владимиров, Ставрополь крайы губернаторы: “Рост экономики в ближайшие шесть лет это цель подписанного соглашения. Конечно это товарооборот. Основа соглашения это выполнение майских указов”.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: “Мы хотим пользоваться санаторными комплексами Ставропольского края. Нужно свести наши бизнес сообщества”.

Автор: Илдар Байбулатов.

Башҡортостан менән Ставрополь крайы араһында иҡтисади күрһәткестәрҙе ике тапҡыр арттырырға кәрәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Когда отремонтирую ваш подъезд