Өфө автопаркы 39 берәмек коммуналь техника менән тулыланасаҡ

Өфө автопаркы 39 берәмек коммуналь техника менән тулыланасаҡ https://bash.news/news/85239_f_avtoparky_39_bermek_kommunal_texnika_menn_tulylanasa
30 ноя 2018, 21:38

Улар социаль маҡсатлы программалар фонды иҫәбенә һатып алына. Был турала Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһе аша белдерҙе.

"Баш ҡалалағы ҡар сәйәси күренешкә әйләнеп бара һәм был, тәү сиратта, махсус техника етмәүгә бәйле ине. Ҙур проекттарҙы тормошҡа ашыра башлар алдынан меңләгән бәләкәй мәсьәләне тиҙерәк йырып сығырға кәрәк”, - тип яҙа республика етәксеһе.

Әйткәндәй, бөгөн баш ҡаланың коммуналь хеҙмәткәрҙәре ун дүрт самосвал ҡабул итте. Яңы "Камаз"дар 20 тонна йөк ташыу ҡеүәтенә эйә. Водителдәр әйтеүенсә, элекке техниканың һыйҙырышлығы ике тапҡырға кәмерәк.

Рөстәм Килсенбаев, водитель: “Бында ГОЛОНАС системаһы ҡуйыла. Диспечерҙар беҙҙең ҡайҙа, нимә эшләп йөрөгәнебеҙҙе күрәсәк”.

Юлдар торошон тәртиптә тотоу маҡсатында был аҙнала баш ҡаланың Калинин районы төҙөкләндереү идаралығы автопаркы грейдер менән тулыланғайны. Декабрь аҙағына тиклем Өфөгә тағы ла тейәгестәр һәм башҡа ҡеүәтле техника ҡайтасаҡ. Урындағы хакимиәттән хәбәр итеүҙәренсә, коммуналь-хужалыҡ идаралығы атвопаркының яңыртылыуы - күптән көтөп алынған ваҡиға.

Салауат Хөсәйенов, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары: “Һуңғы тапҡыр һигеҙ йыл элек күпләп техника алынды. 15 берәмек техника килде, ҡалғаны декабрьҙә килеп етәсәк”

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Өфө автопаркы 39 берәмек коммуналь техника менән тулыланасаҡ

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Банер уфимская волна