Төндә һатырға мөмкинме?

Төндә һатырға мөмкинме? https://bash.news/news/85240_tnd_atyra_mmkinme
30 ноя 2018, 21:43

Сәғәт ун берҙән һуң Өфөлә "Антидилер" ойошмаһы етәксеһе Дмитрий Носов рейд үткәрҙе. Сара барышында алкоголле эсемлектәр һәм тәмәке һатыуҙа ҡағиҙә боҙоуҙар теркәлде. Төнгө рейд барышы менән беҙҙең сайтта танышығыҙ.

Черниковка биҫтәһендә йәшәүсе Эдик төнгө ун берҙән һуң магазинда араҡы һатып алды. Иртәгә тыуған көнө икән. Байрамға әҙерлек алдан башланған. Ғөмүмән, ир әйтеүенсә, баш ҡаланың был биҫтәһендә табын ҡороу өсөн төндә спиртлы эсемлек табыу ҡаршылыҡ тыуҙырмай.

Магазинға инәбеҙ. Әйтерһең Черниковкала бөгөн һәр йортта тыуған көн билдәләнә. Дөрөҫ, һатыусы шешәне аса. Тауарға чек та бирелә. Тимәк, төндә алкоголь менән һатыу итеү бында кәштә аҫтынан түгел.

Рәсәйҙә 171-се Федераль законға ярашлы, сәғәт ун берҙән һуң спиртлы эсемлек һатыу тыйылған. Уға сприт миҡдары 0,5 проценттан ашҡан бөтә шыйыҡсалар ҙа инә. Магазинда ярамай, ә кафе, ресторан, бар кеүек урындарҙа ярай. Ҡанун күп кенә эшҡыуарҙарҙың кеҫәһенә һуҡты.

Киң ассортиментлы магазин алтаҡтаһына кафе һүҙен йәбештереп төндә алкоголь һатырға рөхсәт алған. Ә ҙур штрафтарҙан уларҙы бына ошо бер нисә сантиметрлыҡ бар стойка һаҡлай. Тик беҙҙең күҙ алдында уға килеүсе лә булманы. Тәрилкә, ҡалаҡ-сәнскеләр ҙә стенала исем өсөн генә эленеп тора.

Дмитрий Носов, "Антидилер" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе: “Был эшҡыуарҙар хәйләкәр рәүештә законды боҙа. Рәсәйҙең күп төбәктәренә хас күренеш. Әммә быға ҡаршы сара күрелер, тип ышанам”.

Дмитрий Носов - Рәсәй сәйәсмәне, спортсы. Спиртлы эсемлектәр һатыуҙа закон үтәлмәүгә, тәмәке, наркотиктар ҡулланыуға ҡаршы көрәшеүсе мең ярымдан ашыу ошондай рейд ойошторған.

Дмитрий Носов, "Антидилер" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе: “Етмәһә, тәмәке һатыуҙа ҡағиҙә боҙола, күрәһегеҙме? Тәмәкенең хаҡы, исемдәре лә күренеп тора. Бер прайс рәүешендә генә булырға тейеш бит. Бының өсөн 100 мең тирәһе штраф ҡаралған”.

Өфөнөң Беренсе май урамындағы был магазаинға йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре полиция саҡыртты закон боҙоу тураһында ғариза яҙылды. Рейд - эскелеккә ҡаршы көрәштә бер тамсы. Әлбиттә, сәғәттәр менән генә түгел, көндәр менән дә тыйып ҡарайҙар. Һуңғы ҡыңғырау байрамында, мәҫәлән. Әммә, тыйған һайын, уны боҙоусылар тағы ла арта. Тимәк, иҫерткес ҡулланыуға кешеләр үҙаң кимәлендә ҡаршы булғанда ғына, бәлки, айыҡлыҡҡа юл асылыр.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Төндә һатырға мөмкинме?

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Банер уфимская волна