Хәйбулла районында яңы һөтсөлөк фермаһы эшләй башланы

Хәйбулла районында яңы һөтсөлөк фермаһы эшләй башланы https://bash.news/news/85241_xjbulla_rajonynda_yay_tslk_fermay_eshlj_bashlany
30 ноя 2018, 21:45

Унда йөҙ һыйырға иҫәпләнгән заманса һауын залы булдырылған. Хужалыҡты Рогалевтар ғаиләһе етәкләй. Улар ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү программаһында ҡатнашып, 7 миллион һумлыҡ грант отҡан.

Киләсәктә һөт етештереү күләмен, мал һанын арттырыу күҙаллана. Ҡара-сыбар тоҡомло һыйырҙар һатып алынасаҡ.

Виталий Рогалев, хужалыҡ етәксеһе: “Яңы ҡура эсендә эшләүе лә еңеләйҙе. Малдарҙы һуғарыу ҡоролмаһы ла ҡуйылды. Һауын аппараттары булғас, хеҙмәткәрҙәрҙең ваҡыты ла экономиялана. Бөгөн 83 баш эре мал тотабыҙ, уларҙың 50-һе һауым һыйырҙары”.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Хәйбулла районында яңы һөтсөлөк фермаһы эшләй башланы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Когда отремонтирую ваш подъезд