Урал легендаһы

Урал легендаһы https://bash.news/news/85242_ural_legenday
30 ноя 2018, 21:53

30 ноябрҙән Башҡортостанда Өфө - Яңы Абҙаҡ маршруты буйынса "Урал легендаһы" поезы йөрөй башланы. Былтыр 10 меңдән ашыу турист Белорет районына барыр өсөн ошо транспорт сараһын һайлаған. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Саңғыла шыуырға яратыусылар бер төркөмгә йыйылып Белорет районына юлланды. Туристарҙың күбеһенең шәхси автомобиле бар, әммә яҡташтарыбыҙ ял итергә поезд менән йөрөүҙе хуплай.

Тимур Фәхретдинов, пассажир: “Быға тиклем машинала йөрөй инек, поезда тәүгә сәйәхәткә сығыуыбыҙ. Етмәһә, улыбыҙ поезда йөрөргә ярата. Бында күңелле лә уңайлы ла!”

Юлдағы 5,5 сәғәт күҙ асып йомған арала үтә тип уртаҡлаша пассажирҙар. Вагондар йылы һәм иркен. Таң менән юлға сыҡҡан ял итеүселәр яңы абҙакка 12 тула 22 минуттан килеп етә.

Зәлиә Ихсанова: “Поезд менән уңайлыраҡ. Тиҙ бара. Ҡурҡыныс түгел”.

Туристар араһында киң билдәле поезд пассажирҙарҙы аҙнаһына өс тапҡыр йөрөтәсәк - йома, шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә. Билет хаҡы 700 һум - студенттар һәм льготалы категориялы граждандарға ғәҙәттәгесә ташламалар ҡаралған.

Был маршрут туристар өсөн генә тәғәйенләнмәгән. Пассажирҙарҙың бер өлөшө Инйәр һәм Айғыр станцияларында төшөп ҡала.

Таһир Дәүләтғәлин, пассажир: “Йылы. Тиҙ йөрөй. Уңайлы”.

Транспорт етәкселеге, "Урал легендаһы" шарттары йылдан йыл яҡшыртыласак тип вәғәҙә итә. Әле вагондарҙа саңғылар һәм сноубордтар өсөн махсус ҡоролмалар ҡуйылған. Һәр пассажир бушлай Интернет менән ҡуллана ала.

Игорь Поляев, Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар ташыу компанияһы генераль директоры: “Пассажирҙарҙы поездың тиҙ йөрөүе йәлеп итә. Яңы Абҙаҡҡа тиклем һәм кире йүнәлештә биш сәғәт ярым юл үтәһең. Был хәүефһеҙ транспорт, өҫтәүенә, тиҙ ҙә, ә яңы төр транспорт продукты булыуы тағы ла отошло”.

“Уҙған миҙгелдә "Урал легендаһы" поездары 10 меңдән ашыу пассажирҙы хеҙмәтләндерҙе. Был маршрутка ихтыяж арта, сөнки юғары тиҙлектәге поезд хәүефһеҙ. Проект Башҡортостан Хөкүмәте менән бергә ойошторолдо”.

Автор: Флорида Ким.

Урал легендаһы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA