Телефонһыҙ бер көн

Телефонһыҙ бер көн https://bash.news/news/85244_telefony_ber_kn
30 ноя 2018, 22:04

Бөгөнгө заманда кеҫә телефондары ни тиклем уңайлы булмаһын, уның зыяны хаҡында ла бик күп бәхәсле фекерҙәр бар. Әлбиттә, беҙҙең тормошобоҙға ныҡлап үтеп ингән телефондан баш тартыуы ҡыйын. Ләкин Баймаҡ ҡалаһының 4-се мәктәбендә аҙнаның бер көнөн телефонһыҙ үткәреү традицияға әйләнеп бара. Был сарала балалар өсөн флешмобтар ойошторола, психологик тренингтар үткәрелә.

Бөгөн Баймаҡтың 4-се лицейында - телефонһыҙ көн. Аҙнаһына 1 тапҡыр ошондай көндө күҙ алдына килтерегеҙ әле! Ҡот осҡос фажиғә кеүек тойолор, моғайын. Тик 4-се лицей уҡыусылары өсөн түгел. Сөнки мәктәп етәкселеге ата-әсәләр комитеты менән берлектә телефонды алмаштырырлыҡ саралар уйлап тапҡан - улар «Күңелле тәнәфестәр», психологик тренингтар, спорт уйындары һәм башҡалар.

Гөлшат Байдәүләтова, мәктәп директоры урынбаҫары, акцияны ойоштороусы: “Балалар телефонһыҙ көндәрҙе оҡшаталар. Ни өсөн? Сөнки тәнәфестәрен күңелле үткәрәләр”.

Һуңғы осорҙа сират булған ерҙә, йәмәғәт транспорттарында, хатта ҡунаҡ көткән арала ла телефонға текләп ултырыу дөйөм йәмәғәт сиренә әүерелеп бара. Эйе сир, сөнки гаджеттарҙың психологик яҡтан үҫеште тотҡарлауы, яңғыҙлыҡ упҡынына илтеүе, тирә-яҡты үҙ аллы өйрәнеү һәләтен юҡҡа сығарыуы, йоҡоһоҙлоҡҡа килтереүе ғилми яҡтан иҫбатланған.

Инглиз логопеды Салли Уорд үҙенең 10 йыллыҡ тикшереү эштәре һөҙөмтәһендә планшет, телевизор ҡарап үҫкән сабыйҙарҙың 20%-ының телмәр үҫешенең күпкә артта ҡалыуын дәлилләй.

Миңзиә Үлмәҫбаева, мәктәп психологы: “Был акцияны беҙ балалар бер -береһе менән аралашырға өйрәнһен өсөн ойошторабыҙ. Уҡыусыларға тренинг формаһында үткән күңелле тәнәфестәр бик оҡшай, уларҙың кәйефе күтәрелә. Шуға ла бындай сараларҙы йышыраҡ уҙғарырға ниәтләйбеҙ”.

Бына шулай аҙнаһына 1 көн телефонһыҙ сәғәттәрҙе 4-се лицей уҡыусылары көтөп ала: тәнәфестәр байрамға әүерелә. Ойоштороусылар был акцияны йыл аҙағына тиклем дауам итмәксе.

Автор: Айгөл Иҙелбаева.

Телефонһыҙ бер көн

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Курс Телеведущий