Милли мираҫҡа мәҙхиә

Милли мираҫҡа мәҙхиә https://bash.news/news/85245_milli_miraa_mxi
30 ноя 2018, 22:05

Өфөлә "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәрҙең халыҡ-ара конкурсы үтте. Эпосты һөйләүселәр араһында республика район-ҡалалары мәктәптәренән тыш, Рәсәй төбәктәренән, шулай уҡ сит илдәрҙән ҡатнашыусылар ҙа күп булды.

Быйыл бәйге сиктәрендә тәүге тапҡыр эпос ҡытай телендә яңғыраны. Барлығы туғыҙ секция эшләне. Балалар милли кейемдәрҙә сығыш яһаны. Улар араһында конкурсҡа тип махсус кейем тектереп килеүселәр ҙә бар ине.

Сығыш яһаусыларҙы тел белгестәре тыңланы. Улар "Урал батыр" эпосының дөрөҫ яңғырауына иғтибар итте. Әлбиттә, етешһеҙлектәр ҙә юҡ түгел. Ҡобайыр ниндәй генә телдә яңғырмаһын ул төп нөсхәһенән айырылырға тейеш түгел. Әйткәндәй, быйыл бәйге сиктәрендә беренсе тапҡыр төрлө халыҡтарҙың этник уйындары ла ойошторолдо.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Милли мираҫҡа мәҙхиә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Минземимущество