Өфө дәүләт нефть техник университетына — 70 йыл

Өфө дәүләт нефть техник университетына — 70 йыл https://bash.news/news/85253_f_dlt_neft_texnik_universitetyna_70_jyl
30 ноя 2018, 23:02

Ул Башҡортостандың ғына түгел, Рәсәйҙең дә иң билдәле һәм көслө вуздарының береһе. Ете тиҫтә йыл эсендә уҡыу йортон 100 меңдән ашыу белгес тамамлай, улар донъяның төрлө ҡитғаларында хеҙмәт итә. Университетты кадрҙар ҡаласығы тип атарға мөмкин. Уҡыу йорто коллективын оло юбилей менән Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та ҡотланы. Башҡортостан нефте тарихы ошо уҡыу йорто менән бәйле, тине Радий Фәрит улы.

Уҡыу йорто ҡеүәтле сәнәғәт предприятиеһын хәтерләтә, бындағы лабораторияларҙың һәр береһендә фәнни асыштар яһарға мөмкин. Улар заманса, ҡиммәтле приборҙар менән йыһазландырылған. Был аңлашыла, Өфө дәүләт нефть техник университеты илдең иң алдынғы уҡыу йорттарының береһе, терәк вуздар исемлегенә ингән. Ставрополь крайының губернаторы Владимир Владимиров та ошо парталар артында белем ала, студент йылдары бөгөнгөләй хәтерҙә, ти ул.

Ошо уҡыу йортон тамамлаусылар әйтеүенсә, был вуз һәр осорҙа ла көслө фәнни-техник базаһы менән айырылып тора. Бында нефтсе һөнәренә һөйөү уятыла, йәштәрҙә шәхес сифаттары тәрбиәләнә, шуға күрә сығарылыш студенттары араһынан көслө етәкселәр сығыуы тәбиғи күренеш. Әле иһә үҫеш өсөн мөмкинлектәр тағы ла киңерәк.

Радий Хәбиров билдәләүенсә, университет бөгөн күп профилле фәнни-белем биреү үҙәге, бында кадрҙар әҙерләүҙең эҙмә-эҙлекле системаһы яйға һалынған. Ул төбәк терәк уҡыу йорто тигән статусты лайыҡлы йөрөтә. Башҡортостан нефтенең бай тарихы ошо вуз менән бәйле, тине Радий Фәрит улы.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: “Вся история башкирской нефтяной отрасли сыгравшую большую роль в превращении республики в один из самых экономически развитых, промышленных регионов страны неразрывно связано с деятельностью университета. За эти десятилетия университет подготовил массу специалистов”.

Уҡыу йорто 70 йыл элек Губкин исемендәге Мәскәү университетының филиалы булараҡ асыла. Ошо йылдар эсендә ул 100 меңдән ашыу белгескә оло тормошҡа юл аса. Әле бында донъяның төрлө мөйөштәренән студенттар белем ала.

Илдус Ибраһимов, ӨДНТУ ректоры урынбаҫары: “Егерме мең студент уҡый. Бер меңдән ашыуы сит илдән килгәндәр. Был беҙҙең рейтингты күтәрә”.

Дәүләт эшмәкәрҙәре, предприятиелар етәкселәре, депутаттар, ғалимдар, бар ғүмерен газ, йә нефть өлкәһен үҫтереүгә арнаған хеҙмәт алдынғылары. Юбилей тантанаһына саҡырылған һәр ҡунаҡ хаҡында айырым һөйләргә мөмкин. Татарстандың Дәүләт Советы рәйесе Фәрит Мөхәмәтшин әйтеүенсә, Өфө вузы уға оло тормошҡа ныҡлы этәргес бирә.

Фәрит Мөхәмәтшин, Татарстандың дәүләт советы рәйесе: “Мин 1979 йылда диплом алып, Татарстанда “Татнефть” компанияһында эшләнем. Бында мин төрлө яҡлап үҫештем, яҡшы уҡыттылар”.

Уҡыу йорто оло юбилейын да үҫеш юлында ҡаршы ала. Илдең иң алдынғы 100 вузы исемлегенә инеү икеләтә яуаплылыҡ өҫтәй. Әле университет 70 проектты тормошҡа ашыра, улар араһында корпустарҙы яңыртыу ҡаралған. Милли проекттарҙа ла ҡатнашыу ҡарала. Маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу ҙа таянырлыҡ терәк предприятиелар, сығарылыш студенттары бар. Уларҙың бөтәһен дә уртаҡ ниәт бәйләй, тарихи уҡыу йорто үҙ исеменә тап төшөрмәҫкә, яңы үрҙәргә артылырға лайыҡлы.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Өфө дәүләт нефть техник университетына — 70 йыл

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Минземимущество