Өфөлә "Ватан тарихы буйынса тест" халыҡ-ара акцияһы үтте

Өфөлә "Ватан тарихы буйынса тест" халыҡ-ара акцияһы үтте https://bash.news/news/85255_fl_vatan_tarixy_bujynsa_test_xalyara_akciyay_tte
30 ноя 2018, 23:10

2015 -се йылдан бирле ойошторолоп килгән мәғрифәт акцияһында 40 илдән миллиондан ашыу кеше ҡатнашҡан. Быйыл был акция сиктәрендә теләгән бер кеше 40 минут арауығында Рәсәй иленең үткәне хаҡында тест һорауҙарына яуап бирҙе. Акцияла Рәсәй Конституцияһының 25 йыллығына һәм шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына арналған тестар ҙа тәҡдим ителде.

Башҡортостандан Бөйөк Ватан һуғышына киткәндәрҙең яртыһынан күбеһе яу яланында башын һала. 120 меңдән ашыу кеше әлегә тиклем хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә. Тарихтан тест акцияһында ҡатнашыусыларға Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы студенттары үҙенсәлекле тамаша күрһәтте. Унда 1919 йылда БАССР төҙөлгәндән һуң республика тормошонда үҙгәрештәр һәм 1941 йылдың 22 июнендәге аяныслы ваҡиғалар һүрәтләнә. Ябай эшсене сәхнәлә кәүҙәләндерер алдынан Рәиф Хәлиуллин да тарихҡа күҙ һалған

Тест һорауҙарына яуап биреүсе йәштәр тарихты өйрәнеүҙә үҙ белемдәрен барлай алды. Тәүгеһендә ҡырҡ минут эсендә ҡырҡ һорауға яуап бирергә кәрәк ине. Быйылғы акция Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 25 йыллығына арналды. Йәштәргә боронғо тарихи темаларҙан тыш яңы тарих буйынса ла һорауҙар әҙерләнгәйне.

Йылдан-йыл тарих төпкөлдәрен байҡаусы акция күләмлерәк була бара. Былтыр ул 800 майҙансыҡта үтһә, быйыл илленән ашуы урында... Ҡатнашыусылар - 30 мең 180 кеше.

Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы буйынса тест һорауҙарын Башҡорт дәүләт университетының хоҡуҡ институты уҡытыусылары төҙөгән. Һорауҙар 20 бүлектән тора. Был һорауҙарға яуап бирер өсөн белем һәм ҡанундарҙы өйрәнеү кимәле лә мөһим. Сараны ойоштороусылар тест һорауҙарына яуап биреүсе йәштәр алдында бәләкәй тыуған иле тарихын белеү, илһөйәрлек тойғоларын тәрбиәләүҙе лә маҡсат итеп ҡуя.

Автор: Гүзәл Борханова.

Өфөлә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Минземимущество