Борайҙа йәш юмористар көс һынашты

Борайҙа йәш юмористар көс һынашты https://bash.news/news/85256_boraja_jsh_yumoristar_ks_ynashty
30 ноя 2018, 23:11

Республика КВН лигаһында һигеҙ команда ҡатнашты. Төбәктә шаяндар һәм отҡорҙар клубтары рус телендә 2010 йылдан сығыш яһаһа, татарса командалар өсөнсө тапҡыр осрашты. Йәштәр социаль мәсьәләләргә, айырыуса юл темаһына иғтибар бүлгән.

Рөстәм Муллағәров, йәмәғәтсе: “Унышарлап команда йыйып ҙур фестиваль эшләнек”.

Марат Ахунов, Йәш депутаттар ассоциацияһы рәйесе: “Бөтә проблемаларҙы күтәрәләр. Төрттөрәләр”.

КВН-ды республика йәштәр һәм спорт сәйәсәте министрлығы ярҙамында райондың йәштәр бүлеге ойошторған. Гран-приға Дүртөйлө районынан "Кети-мети" командаһы лайыҡ булды. Уларға бүләккә ноутбук тапшырылды.

Ленар Йәримов, "Кети-мети" командаһы капитаны: “Ун йылдай КВН уйнайым”.

Регина Рауилова, "Йәрмәкәй" командаһы уйынсыһы: “Йәштәрҙе берләштерә”.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Борайҙа йәш юмористар көс һынашты

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Курс Телеведущий