Радий Хәбиров Рәсәй һәм Башҡортостан конституцияһына үҙгәрештәр индереүгә ҡаршы

Радий Хәбиров Рәсәй һәм Башҡортостан конституцияһына үҙгәрештәр индереүгә ҡаршы https://bash.news/news/85274_radij_xbirov_rsj_m_bashortostan_konstituciyayna_greshtr_indereg_arshy
01 дек 2018, 21:44

Был турала ул бөгөн Өфөлә үткән юридик форумда белдерҙе. Рәсәй кимәлендәге сарала тотош илгә билдәле белгестәр, юристар ассоциацияһы етәкселәре ҡатнаша.

Радий Хәбиров Рәсәй һәм Башҡортостан конституцияһына үҙгәрештәр индереүгә ҡаршыРадий Хәбиров Рәсәй һәм Башҡортостан конституцияһына үҙгәрештәр индереүгә ҡаршы

Радий Хәбиров белдереүенсә, әлеге эш этабында, йәғни вазифаны ваҡытлыса башҡарыусы статусы менән бәйле ҡайһы бер ҡаршылыҡтаға тарырға тура килә, ошондай осраҡтарҙа конституцияны үҙгәртергә тәҡдим итеүселәр ҙә бар. Мин быға ҡәтғи ҡаршы, Конституция – изге документ, тине Радий Фәрит улы. Ул үҙ сығышында республикала ныҡлы хоҡуҡи-ҡануни система формалашыуын билдәләне.

Юридик форумға килгәндә, ул традиция буйынса юристар көн алдынан үтә, сарала халыҡтың юридик грамоталылығын күтәреү, граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау хаҡында ла һүҙ барҙы. Был юлы сара сиктәрендә Башҡортостан менән Олег Кутафин исемендәге Мәскәү дәүләт юридик университеты араһында хеҙмәттәшлек килешеүенә ҡул ҡуйылды, ул ике яҡ өсөн дә киң мөмкинлектәр аса.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: “Мы подписали соглашение о сотрудничестве с Московской государственной юрижической академией. Будем взаимодействовать и использовать весь потенциал”.

Виктор Блажеев, О. Кутафин исемендәге Мәскәү дәүләт юридик университеты ректоры, Рәсәй юристары ассоциацияһы рәйесе: “Будут обмены студентами. Разные магистрские программы которые мы можем предложить. У нас есть уникальные программы. С удовольствием с коллегами ими поделимся”.

Илдең төп законы — Конституция ҡабул итеүгә лә декабрь аҙағында 25 йыл тула. Әле республикала иҫтәлекле датаға әҙерлек бара. Документҡа бер нисә тапҡыр үҙгәрештәр индерелә, әммә төп асылы шул килеш ҡала – дәүләттең төп бурысы халыҡтың азатлығын һәм хоҡуҡтарын яҡлау.

Зөфәр Еникеев, Башҡортостандың конституция суды рәйесе: “Хокуки дәүләт төҙөүгә ынтылабыҙ. Хоҡук һәр ваҡыт камиллаша. Юристарҙың бындай кимәлдә йыйылыуы бик кәрәк”.

Радий Хәбиров Рәсәй һәм Башҡортостан конституцияһына үҙгәрештәр индереүгә ҡаршы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Когда отремонтирую ваш подъезд