Торлаҡҡа һәм ҡаралтыға, ергә, транспортҡа, килемгә һалымды 3 декабргәсә түләргә кәрәк

Торлаҡҡа һәм ҡаралтыға, ергә, транспортҡа, килемгә һалымды 3 декабргәсә түләргә кәрәк https://bash.news/news/85276_torlaa_m_araltya_erg_transporta_kilemg_alymdy_3_dekabrgs_tlrg_krk
01 дек 2018, 21:46

Федераль һалым хеҙмәте идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, милеккә, ер һәм транспортҡа һалымды почта бүлексәләрендә, банктарҙа һәм ведомство сайтындағы электрон сервис ярҙамында түләргә мөмкин.

Бер үк ваҡытта инспекторҙар милеккә булған һалымдың суммаһы торлаҡтың кадастр хаҡынан сығып иҫәпләнеүе тураһында иҫкәртә. Һалымдарын ваҡытында түләмәүселәргә штраф янай.

Лира Заһитова, Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы белгесе: “Шәхси кабинет менән ҡулланыусыларҙың барыһы ла уны электрон рәүештә ала. 2017 йыл өсөн милеккә һалым түләү ваҡыты 2018 йылдың 3 декабренән һуң булмаҫҡа тейеш.

Торлаҡҡа һәм ҡаралтыға, ергә, транспортҡа, килемгә һалымды 3 декабргәсә түләргә кәрәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Курс Телеведущий