Иглин районы үҙәгендә электр энергияһына бәйле йәнә өҙөклөктәр теркәлде

Иглин районы үҙәгендә электр энергияһына бәйле йәнә өҙөклөктәр теркәлде https://bash.news/news/85277_iglin_rajony_gend_elektr_energiyayna_bjle_jn_klktr_terklde

Был юлы урындағы халыҡ төн уртаһында утһыҙ ҡалған. Йорттарын электр энергияһы ярҙамында йылытҡан урында йәшәүселәр борсолоу белдерә. Сөнки биҫтә газға тоташтырылмаған. Дауамы беҙҙең сайтта.

Зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырылмаған биҫтәлә халыҡ өйҙәрен электр уты ярҙамында йылыта. Бөтә көс уға төшә, көнкүреш техникаһы ла, һыу насосы ла уның ярҙамында эшләй. Ә инде ут һүнә ҡалһа, халыҡ бөтөнләй аптырап ҡала. Әлеге кеүек. Сираттағыһында хатта, трансформатор ҙа янып сыҡҡан. Халыҡ йәнә ҡаранғылыҡҡа сумды.

Виктор Балакин, Иглин ҡасабаһында йәшәүсе: “Ут һүнеү осрағы биҫтәлә тәүгә теркәлмәй. Ғаиләбеҙ менән яңы йортҡа күсеүебеҙгә дүрт аҙна ғынаүтте. Ошо ваҡыт эсендә дүрт тапҡыр, оҙайлы ваҡытҡа тиклем һүнде. Өй эсендә лә ҡат-ҡат кейенергә мәжбүрһең”.

Яуаплы компания хеҙмәткәрҙәре проблеманы урында йәшәүселәргә бәйләй. Улар фекеренсә, халыҡ саманан тыш электр энергияһын файҙалана. Өҫтәүенә, утты йәшерен-батырын файҙаланыусылар ҙа бар. Мәҫәлән, ошо арала ғына тиҫтәләп осраҡ асыҡланған. Барыһына ла штраф һалынған.

Фирдинанд Әсәҙуллин, электр селтәрҙәре компанияһының баш инженеры: “Бында өс подстанция бар. Улар барыһы ла эшләй. Электр энергияһын файҙаланыусылар артыуға бәйле көсөргәнеш тә юғары. Беҙ һәр ваҡыт күҙәтеп торабыҙ. Һыуыҡта трансформатор ҙа сафтан сыға”.

Иглин ҡасабаһында электр уты сираттағы өҙөклөктә биш сәғәткә һүнгән. Күптәр яҡындарына-дуҫтарына барырға мәжбүр булған. Киләһе йыл яңы биҫтәне зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу планлаштырыла ла бит. Тик был ҡышты нисек үтеү мәсьәләһе әлегә асыҡ ҡала.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Иглин районы үҙәгендә электр энергияһына бәйле йәнә өҙөклөктәр теркәлде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Минземимущество