Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре Өфө урамдарын комплекслы таҙартыуға тотондо

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре Өфө урамдарын комплекслы таҙартыуға тотондо https://bash.news/news/85278_torlakommunal_xuzhaly_xemttre_f_uramdaryn_kompleksly_taartyua_totondo
01 дек 2018, 21:53

Ишек алдары, ҡыйыҡтар, тротуарҙар һәм автомобиль юлдары ҡарҙан таҙартылды. Урам йыйыштырыусы техника менән идара итеүҙә лә уңайлыҡтар булдырылған. Беҙҙең ижади төркөм ҡала халҡына уңайлыҡтар булдырыусылар менән аралашты.

Аврора урамы 5-се йорт адресы буйынса иртә менән эш ҡайнай. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәре бер бригада булып йорт алдын таҙарта. Бында йәшәгән халыҡҡа юлдар уңайлы, асыҡ булһын өсөн көс һалына. Менделеев урамы 11-cе йорт алдында ла ихата алдын таҙалыҡта һәм тәртиптә тотоу өсөн яуаплы ойошма вәкилдәре дәррәү эшләй.

Юрий Алексеев, "Дуҫлыҡ" микрорайонының торлаҡ-коммуналь хужалығы идаралығы директоры: “24 кеше, ике техника. Һәр йорт алдын йыйыштырабыҙ”.

Халыҡ та үҙ ихатаһы алдында булдырылған уңалыҡтарҙан ҡәнәғәт. Менделлеев урамы 11-се йорт алдын ҡарҙан таҙартыу яҡшы ойошторолған." Бында йәшәүселәр: "Ниндәй генә миҙгел булыуға ҡарамаҫтан, урам һепереүселәр үҙ бурысына яуаплы ҡарап, эшен намыҫ менән башҡара" тип ҡыуана.

Орджоникидзе районы Кулибин урамында ла торлаҡ- коммуналь хужалыҡ эшселәре йорт алдарын комплекслы таҙарта. Бер генә ҡар өйөмө, боҙлауыҡ, боҙбармаҡтар ҙа улар иғтибарынан ситтә ҡалмай. Бында ҡар таҙартыусы һәр техника диспетчер үҙәгенән идара ителә. Водителдең ниндәй маршрут буйынса эшләп хәрәкәт итәсәге алдан билдәләнгән һәм Глонасс-мониторлау аша күҙәтелә. Торлаҡ -коммуналь хужалығы етәксеһе эш барышын кеҫә телефонындағы махсус ҡушымта ярҙамында ла күҙәтә һәм идара итә ала.

Илфат Бай Кәримов, Өфөнөң Орджоникидзе районы торлаҡ-коммуналь хужалығы идаралығының баш диспетчеры: “Ике ҙур монитор, береһендә ГОЛОНАС системаһы, икенсеһендә тракторҙарҙың хәрәкәт итеүе күрһәтелә”.

Районда барлығы 1116 йорт алды иҫәпләнә. Хужалыҡта был эштәрҙе башҡарыу өсөн 22 берәмек техника бар. Көнөнә 41-ләп урам ҡарҙан һәм боҙҙан таҙартыла.

Был Өфөнөң Орджоникидзе районы торлаҡ-коммуналь хужалығы идаралығындағы диспетчер үҙәге. Был үҙәктә аҙна элек кенә глоннас -мониторинг системаһы урынлаштырылған. Уның ярҙамында он-лайн режимда урам йыйыштырыусы техниканың ҡайһы ерҙә эшләүе хаҡында тулы мәғлүмәт алырға мөмкин. Был экранда һәр 15 минут һайын транспорттың ҡайҙалығы хаҡында мәғлүмәт яңыртыла.

Автор: Гүзәл Борханова.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре Өфө урамдарын комплекслы таҙартыуға тотондо

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Курс Телеведущий