Рәсәйҙә Ирекмәндәр йылы тамамланыу алдында

Рәсәйҙә Ирекмәндәр йылы тамамланыу алдында https://bash.news/news/85279_rsj_irekmndr_jyly_tamamlanyu_aldynda
01 дек 2018, 21:57

Был йәһәттән Өфөнөң "Ватан" паркында ҡотҡарыусылар менән берлектә "Мин - ирекмән" акцияһы ойошторолдо. Сарала ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә ҡулланған техника күргәҙмәһе, күнекмәләр һәм оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде.

Донъялағы иң яуаплы эштәрҙең береһе - ҡотҡарыусы һөнәре. Һыуға батыусыларҙы, юл фажиғәһенә тарығандарҙы ҡотҡарыусы төркөм үҙ бурысын яҡшы аңлай - хәрәкәттәр берҙәм, автоматлаштырылған режимда башҡарыла.

Динар Садиҡов, эҙләү-ҡотҡарыу отряды табибы: “Был өлкәлә төрлө эш була. Иңү мөһиме һәр саҡ ярҙамға килергә”

Ҡыйыу ҡотҡарыусыларға ҡарап йәштәр ҙә улар артынан ынтыла. Һайлаған һөнәрендә яҡшы белгес булыр өсөн хеҙмәт юлын тап ирекмәндәр төркөмөнөн башлай...

Нурислам Хәйбуллин, Өфө дәүләт авиация техник университетының 1-cе курс студенты: “Кешеләрҙе ҡортҡарырға оҡшай. Ағайым пожарный часта эшләй”.

Баш ҡаланың "Ватан" паркынды үткән сарала кинолог эттәр бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Айҙар буйы һөҙөмтәле эшкә әҙерләнгән дүрт аяҡлы ҡотҡарыусылар бер нимәнән дә ҡурҡмай, хәүефһеҙлек тәьмин итеүгә үҙ өлөшөн индерә.

Көн һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, ҡотҡарыусылар хеҙмәте менән танышырға теләүселәр күп ине. Сараға килгән һәр ҡунаҡ һалдат бутҡаһы, сәй менән һыйланды.

Волонтерҙар сафы артҡан һайын - изгелек тәкүберәк ҡылына. Был акция барышында йәштәр күпләп ирекмән исемлегенә инергә теләп ғариза яҙҙы. Ҡотҡарыусы-волонтер булыу өсөн күп кәрәкмәй - миһырбанлыҡ һәм кәрәк саҡта башҡаларға ярҙам ҡулын һуҙыу.

Автор: Флорида Ким.

Рәсәйҙә Ирекмәндәр йылы тамамланыу алдында

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Когда отремонтирую ваш подъезд