Бөрөләге баҫтырыш

Бөрөләге баҫтырыш https://bash.news/news/85280_brlge_batyrysh
01 дек 2018, 21:59

Уҙған төндә профилактик рейд барышында юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары Бөрөлә 99-сы модель ВАЗ автомобилен туҡтата. Әммә руль артында ултырыусы водитель газға баҫыуҙы хуп күрә. Хоҡуҡ һағында тороусылар иҫке транспорт сараһы артынан төшкәс башлағас, хужа кеше автомобилен ҡалдырып ҡасырға теләй. Дауамы беҙҙең сайтта.

Махсус взвод хеҙмәткәрҙәре ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ирҙе ҡулға ала. Тикшереүҙәр барышында уның водитель таныҡлығы булмай, өҫтәүенә, эскән килеш руль артына ултырыуы асыҡлана.

Республикала бындай күләмле рейдтар артабан да дауам итәсәк. Бөгөн төндә лә инспекторҙарҙың ҡала-райондар буйлап тикшереүҙәр ойошторасағы билдәле.

Бөрөләге баҫтырыш

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Когда отремонтирую ваш подъезд